-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2019, 11:45

Күп мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерелде

Күптән түгел районда күп фатирлы йорт подъездарын капиталь ремонтлау программаһы һәм “Башҡорт ихатаһы” проекты үтәлеше барышы буйынса семинар-кәңәшмә үтте.

Республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроленең төбәк үҙәге рәйесе А.Н.Дубовский, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры ярҙамсыһы С.С.Чидилян, “Төбәк операторы” вәкиле, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Д.З.Ғәлимов, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Д.В.Ҡунафин, төҙөкләндереү эше өсөн яуаплы подрядсылар һәм башҡалар ҡатнашлығында үткән күсмә семинар күп фатирлы йорттар подъездарында, ҡыйыҡтары яңыртылған йорттарҙа һәм ихаталарҙа башҡарылған эштең сифатын тикшереүҙән башланды.

Эш барышында йорт алды биләмәләрен төҙөкләндереү, подъездарҙы комплекслы ремонтлау мәсьәләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ҙә һөйләшеүҙә ҡатнашып, етәкселәргә үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Атап әйткәндә, бында йәшәүселәрҙе төҙөкләндереүҙән һуң подъездарҙың һәм ихаталарҙың нисек һаҡланыуы, теге йәки был йортто һәм ихатаны программаға нисек индереү кеүек мәсьәләләр борсой. Улар шулай уҡ бирелгән һорауҙарға аныҡ яуаптар өсөн рәхмәт әйтеп, халыҡ менән урындағы власть араһында ошондай даими бәйләнеш булдырырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Рузилә ВӘЛИШИНА,

район хакимиәтенең муниципаль торлаҡ инспекторы.

Читайте нас: