“Йыл уҡытыусыһы – 2019” ра-йон конкурсында ҡатнашыусы Юлыҡ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңзәлә Лотфулла ҡыҙы Мәмәтҡолованың ят класта быға тиклем күрмәгән балалар менән дәрес үткәреүен ҡарап, һөйләү телмәренең бай, яҙыуы матур, һөйләгәндәре аңлайышлы, һәр балаға тигеҙ иғтибар бүлә, уларҙы йәлеп итә белеүе һоҡландырғайны. Үҙе уҡытҡан фәнде ныҡлы белеүе, тәжрибәле, оло йөрәкле, күңелен биреп уҡытҡан уҡытыусы булыуы күренеп тора.
Миңзәлә Лотфулла ҡыҙы Йылайыр районы Һабар ауылында тыуып-үҫкән. Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетын тамамлаған ҡыҙҙы яҙмыш Юлыҡ ауылы егете менән осраштыра. Күп тә үтмәй улар өйләнешеп, төпләнеп йәшәү урынын Юлыҡты һайлайҙар. Аҡыллы, тыныс, асыҡ күңелле киленде ауылдың олоһо ла, кесеһе лә үҙ итә. Хәҙер инде ул был ауылдың абруйлы кешеһенә әүерелгән. Тормош иптәше Шәфҡәт Шәрифулла улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әммә яҙмыш һин теләгәнсә түгел шул, Таһир улдары былтыр яҙ фажиғәле рәүештә вафат булып, әсә йөрәге уңалмаҫлыҡ бала ҡайғыһы ла кисергән. Зиннур улдары Илнара килендәре менән өс бала үҫтереп, Красноусолда матур итеп донъя көтәләр. Лилиә ҡыҙҙары инәһенең тыуған яғына кейәүгә сығып, шул тарафтарҙа йәшәй. Атай-әсәй балаларына ярҙам итеп, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашып күңел йыуанысы таба.
Миңзәлә Нотфулла ҡыҙы хәҙер инде 31 йылдан ашыу Юлыҡ мәктәбендә балаларға белем һәм тәрбиә бирә. Ошо йылдар эсендә күпме балаға туған теленең нескәлектәрен төшөндөрөп, серҙәрен асып, һөйөү уятҡан. Уның дәрестәре тормошсан, ҡыҙыҡлы булыуы менән дә айырылып тора. Балалар ҙа теләп шөғөлләнәләр, бөгөнгө дәрес кеүек берәй тема буйынса уйланып, үҙҙәренә күп һабаҡ алалар, тәрбиәүи эш тә алып барыла, Ул дәрестә айырыуса йәнлелек менән йөҙөп, бар күңелен һалып эшләй. Киләсәктә лә телебеҙҙең, әҙәбиәтебеҙҙең бай өлгөләрен үҫеп килеүсе быуынға арымай-талмай өләшергә яҙһын.