Һәр кеше был донъяға бәхетле булыу өсөн тыуа. Кемдер билдәле ғалим, космонавт, эшҡыуар, ә кемдер ябай төҙөүсе, табип, шахтер һәм уҡытыусы булып көн күрә.
Әҙәбиәт дәресендә “Кешене эше данлай” тигән темаға инша бирелгәс, минең күҙ алдыма тәүге уҡытыусым Әлфиә Ҡотдос ҡыҙы Ишмырҙина килеп баҫты. Ул Сәйетбаба урта мәктәбендә кескәй балаларға белем бирә. Уҡытыусым хөрмәткә лайыҡ булған абруйлы, ихлас, киң йөрәкле кеше.
Әлфиә апа Ишмырҙинаның һөйләгәндәре һәр ваҡыт иҫемә төшә: “Мин бәләкәйҙән үк уҡытыусы булырға хыялландым. Уҡытыусы хеҙмәте иң бөйөк, иң матур, иң тылсымлы профессия”, - тип һөйләй торғайны кескәй сағыбыҙҙа.
Уҡытыусы булыу теләге лә шунан башланғандыр, моғайын. Әлфиә Ҡотдос ҡыҙы - мине белем донъяһына алып кергән, хәреф танырға, яҙырға, һанарға, уҡырға өйрәткән уҡытыусым. Ул – бик һәйбәт, йомшаҡ күңелле кеше. Ғәҙел, түҙемле, тыныс һәм яғымлы. Беҙҙең тырышып, яҡшы уҡыуыбыҙ өсөн бар көсөн һалды. Дәрестәрҙе аңлайышлы һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәрҙе, аңламаған темаларҙы ҡат-ҡат аңлатырға ла ваҡытын йәлләмәне. Ул беҙҙе бик күп нәмәләргә өйрәтте: яҡшыны ямандан айырырға ла, хеҙмәт һәм ижад шатлығын тойорға ла, фекерләргә һәм тырышып уҡырға ла. Беҙҙе ысын шәхестәр итеп тәрбиәләүгә бар көсөн һалып, оло класҡа оҙатты. Әлеге көндә лә уҡытыусым кескәй балаларға белем бирә.
Уҡытыусы – барлыҡ һөнәргә, хеҙмәткә юл асыусы кеше. Унан башҡа бер кем дә бер һөнәргә лә өйрәнә алмай. Тимәк, хеҙмәт һөйгән кеше генә һәр ерҙә данлана һәм ҙурлана.
Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 8-се класс уҡыусыһы.