+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2019, 11:30

Һәр берегеҙ лайыҡ хөрмәткә

Октябрҙең тәүге көнө сағыу байрамдарҙың береһе – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө менән башлана. Был көндә уларға иғтибар, хөрмәт күрһәтеп, бер аҙға булһа ла бөтә мәшәҡәттәрҙән арындырып, йылы ҡараштарыбыҙҙы бүләк итәбеҙ. Ошо йәһәттән Красноусолда ла оло йәштәгеләрҙе район мәҙәниәт һарайына саҡырып, уларҙың күңелен йыр-моң менән байытып, Красноусол ауыл биләмәһе әҙерләгән бүләктәрҙе тапшырыу матур йолаға әйләнгән. Бында улар күптән күрмәгән таныштарын, бергә эшләгән иптәштәрен осратып-һөйләшеп хәтер ебен тағата, күңелдәрен бушата.

Тынлы оркестр уйнаған көй әллә ҡайҙан был сараға килеүселәрҙе үҙенә саҡырып, залға әйҙәй. Төрлө төҫтәргә мансылып, көҙгө япраҡтар менән биҙәлгән сәхнәлә алып барыусылар Елена Рябова менән Фәнзил Ғәлин байрам тантанаһын асып, оло йәштәгеләргә тыныс, мул тормош, оҙон ғүмер, һаулыҡ теләнеләр. Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Дамир Венер улы Ҡунафин барыһын да байрам менән ҡотлап, башҡорт һәм рус телендә изге теләктәрен еткерҙе.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов исеменән ихлас ҡотлап: “Һеҙҙәге энергия, һәләттәрҙе һанап бөткөһөҙ. Төплө кәңәштәрегеҙ, хеҙмәтегеҙҙәге аҫыл өлгөләрегеҙ менән беҙгә ҙур таяныс булып тораһығыҙ. Һәр берегеҙ ҙур хөрмәтләүгә, маҡтауға лайыҡ. Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле тормош, йән тыныслығы теләйем”, - тип тамамланы үҙ сығышын.

Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова ла ошо ҡотлауҙарға ҡушылып: “Һеҙһеҙ йәшәү мөмкин түгел. Һәр берегеҙ илебеҙҙең алтын фонды булып тора. Районыбыҙҙың ҡасандыр гөрләп эшләгән леспромхоз, быяла заводы, хужалыҡ-ара лесхоз һәм башҡа бик күп урындарҙа эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарыбыҙ әле лә тик ятмайҙар, әүҙем тормош алып баралар. Кемдер ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшеүҙә ҙур ярҙам күрһәтһә, скандинав таяҡтарын ҡулланып сәләмәт тормош алып барыусы, компьютерҙа өйрәнергә теләүселәр ҙә юҡ түгел. Алдағы тормошоғоҙҙа ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-һөйөнөстәр, пенсияғыҙҙың ваҡытында килеп тороуын теләйем”, - тигән ҡайнар теләктәрен юлланы.

Ошо көндәрҙә үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләүсе Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһенең Ҡыҙыл Яр ауылында йәшәүсе Фәнүзә Фәрғәт ҡыҙы менән Рәйес Ниғмәтулла улы Сәғитовтар сәхнә түренә саҡырылып, район ЗАГС бүлеге мөдире Зәлифә Сәйфуллина уларға Республика Башлығы Радий Хәбиров, район хакимиәте исеменән Ҡотлау хатын, сәскә гөлләмәһе һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Шулай уҡ 8 октябрҙә 81 йәше туласаҡ Ғилминиса Ҡотлогилдина ла был сарала ҡотлап үтелде. “Беҙ үҫкәндә аслыҡ-яланғаслыҡ булды, хәҙер Аллаға шөкөр барыһы ла бар, оло быуын күргәнде бер кемгә лә күрһәтмәһен”, - тип үҙенең кисерештәре менән бүлеште туғыҙынсы тиҫтәгә аяҡ баҫҡан апай.

Байрамға килгән һәр кем бәләкәй балаларҙың шиғыр юлдары аша ҡотлауын, “Сәскә”, “Батырҙар” бейеүен, “Альянс” (етәксеһе Светлана Бакаева), “Төлкәҫ” (етәксеһе Айгөл Буранова) бейеү коллективтарының бейеүҙәрен, район дауаханаһы ветерандарының “Усолочка”, “Хазина” фольклор төркөмө (Зәйтүнә Зәйнешева), “Землячки” (Елена Рябова) хорының сығышын, Мгер Аванесян, Рәмил Ҡотдосов, Рәмил Ғимраниҙың йырҙарын, Наил Вәлиевтың гармунда уйнауын ветерандар рәхәтләнеп ҡарап, дәрт-дарман алды. Рәмил Ғимраниҙың йырындағы кеүек:

“Йылдар үтә тиҙ генә,

Күңелем йәш гел генә”, - тигән рухта залдан ҡуҙғалдылар.

Шулай уҡ фойела “Табын” һәм “Звезда” район гәзиттәренә киләһе йылға яҙылыу ойошторолоп, теләгәндәр алдағыһын да хәстәрләп ҡуйҙы.

Район мәҙәниәт һарайы алдында барған йәрминкә лә ололар күңеленә хуш килде. Бында Красноусолдан Латиповтар, Альберт Әхмәтйәнов, Буруновканан Илшат Әминов, шул уҡ ауылдан Вахитовтар, Ҡотлоғужанан Азат Маннанов, Сәйетбабанан Земфира Фәйзуллина, Аҡкүлдән Әхмәтғәлиевтар, Войновканан Каревтар, Антоновканан Ерофеевтар, Ташлынан Савельевтар, “Красная поляна”нан Сергей Тимофеев үҙ хужалығында етештерелгән аҙыҡ-түлекте алып сыҡҡан ине. Нефтекама ҡалаһынан Руслан Ҡасимов төрлө ағас үҫентеләрен тәҡдим итте.

Ғүмер көҙөнә кергән оло йәштәгеләр ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, йөҙҙәрендә йылмайыу нуры балҡытып, шат таралышты байрамдан.


Читайте нас: