+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2019, 11:38

Төйәгебеҙҙең таҙалығы үҙебеҙҙән тора

Республикабыҙҙа, шул иҫәптән районда “Йәшел Башҡортостан” акцияһы, экологик өмәләр дауам итә. Һәр шәмбе район хакимиәте, учреждениелар, ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәләре, барса йәмәғәт ойошмалары экологик өмәгә сыға.

“Тын ал, урман” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә үткән экологик өмәлә район хакимиәте, урман хужалығы, “Табын” һәм “Звезда” район гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре элекке Һабантуй яланын ошо тирәлә йәшәүселәр “тырышлығы” менән хасил булған сүплектәрҙән таҙартҡайны.

Үткән шәмбеләге экологик өмәлә инде район буйынса 38 ойошма һәм 16 ауыл биләмәһенән барлығы 818 кеше ҡатнашып, улар юл буйҙарында үҫкән йәш ағастарҙы, ҡыуаҡлыҡтарҙы бысып-ҡырҡып, сүп-сарҙы йыйҙы. Ҡырҡылған ағастарҙы һәм сүп-сарҙы ташыуға барлығы 5 “КамАЗ” һәм тағылмалы 3 “МТЗ” тракторы йәлеп ителде.

Экологик өмә барышында шулай уҡ 40 төп шыршы, 264 төп ҡарағай һәм ҡайын ағасы ултыртылды.

Ғафуриҙар 5 октябрҙә үтәсәк “Йәшел Башҡортостан” акцияһында ла әүҙем ҡатнашасаҡ. Беренсе тапҡыр «Йәшел Башҡортостан» акцияһы апрелдә уҙып, унда республиканың барлыҡ муниципалитеттарынан 160 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. 164 тематик аллея бүленде, 109 меңдән күберәк ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды.

5 октябргә республика ҡала-ларында һәм райондарында акцияны үткәреү өсөн майҙансыҡтар, үҫентеләр һәм ашламалар әҙерләнә. Теләгән һәр кем «Йәшел Башҡортостан» акцияһында ҡатнаша һәм үҙенең ағасын ултырта ала.

- Был көндө һәр ауыл биләмәһендә ағастар, ҡыуаҡтар ултыртыласаҡ. Был маҡсатҡа ҡарағай, йүкә, пихта, ҡайын, миләш, шыршы, балан, слива, әлморон үҫентеләре әҙерләнә, - тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

Шул уҡ ваҡытта ағас ултыртыу ҡағиҙәләренә, ҡыш көнө уларҙы тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, әлеге акция тураһында мәғлүмәтте күберәк халыҡҡа еткерергә кәрәк.

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы ағас ултыртыуҙы ғына маҡсат итеп ҡуймай, ә мөмкин тиклем күберәк кеше йәлеп итергә теләй. Шуға күрә халыҡҡа уның мәғәнәһе һәм маҡсаты, шулай уҡ майҙансыҡтарҙың адрестары хаҡында хәбәр итеү мөһим», – тип билдәләне республика башлығы.
Читайте нас: