+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2019, 11:51

Театр йылы сиктәрендә

Тышта ҡара көҙҙөң бер туҡтауһыҙ яуған ямғырҙары күңелдәрҙе бер аҙ болоҡһотоп торһа ла, Ғафури халыҡ театры коллективы тамашасыларын театр миҙгелен асыуға арналған матур сараға йыйып, сикһеҙ шатлыҡ бүләк итте. Театр йылы сиктәрендә сираттағы театр миҙгеле коллективтың йөҙөк ҡашы булған Рәзилә Хәбибуллинаның ижад кисәһе менән башланды.

Сараны йәнле итеп алып барыусы Эльвира Насирова 30 йыл сәхнә түрен биҙәгән, район мәҙәниәт һарайының йөҙөк ҡашы булған Рәзилә Хәбибуллинаны саҡырғас, тамашасылар үҙенең алыштырғыһыҙ алып барыусыһы, яратҡан бейеүсеһе, йырсыһы, оҫта актеры булған, ҡыҫҡаһы, сәхнә алиһәһен көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Елена Викторовна Соколова менән мәҙәниәт һарайы директоры Таһир Тимерхан улы Искәндәров Рәзилә Рәйес ҡыҙына матур теләктәрен еткереп, күҙҙе ҡамаштырырлыҡ сағыу сәскә гөлләмәһе бүләк иттеләр. Район мәҙәниәт һарайы коллективы һәм профкомы ла үҙҙәренең коллегаларын ихлас ҡотлауҙарға күмде. Ауыл мәҙәниәт йорттарында эшләп килгән театр режиссерҙары ла был көндө ролдәрҙе оҫта башҡарыусы актрисаны ҡотларға шатланып йыйылғандар. Һәр береһенең ҡотлар теләктәре лә ысын күңелдән әйтелеп, иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырҙылар. Бурлы ауыл хакимиәте башлығы Азат Хәйретдинов үҙҙәренең ауы-лынан сыҡҡан артистканы бөтә ауыл исеменән ҡотлап, изге теләктәрен яуҙырҙы. “Аҡ ҡалфаҡ” ойошмаһы етәксеһе Гөлшат Рафиҡова, Ғафури халыҡ театры режиссеры Зәйтүнә Зәйнешеваның ҡотлауҙары ла матур сараны йәнләндерҙе. Шулай уҡ тормош иптәше, балалары, туғандары ла үҙҙәренең ғорурланырлыҡ кешеһен ҡотларға ашҡынып килгәндәр.

- Минең сәхнә тормошон һайлауыма апайым Рәйлә сәбәпсе. Мәктәптә уҡыған осорҙа ауыл сәхнәһендә һәр саҡ бейеп йөрөнөм. Шуға ла мәктәпте тамамлағас, апайым этеп-төртөп Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумының бейеү бүлегенә документтарымды тапшыртты. Бөгөн бер ҙә үкенмәйем, минең һәләтемде күреп һөнәр һайлауҙа ярҙам иткәне өсөн апайыма рәхмәтлемен. Спектаклдәрҙә режиссер Зәйтүнә Зәйнешева ниндәй роль бирҙе, мин шуға ризалашып, һәр береһен яратып, күңел биреп башҡарҙым, - тип, ҡыҫҡаса һөйләп үтте Рәзилә Рәйес ҡыҙы.

Тамашасыларҙың күпселеге ошо көндә Рәзилә Рәйес ҡыҙына үҙҙәренең яратыуын, хөрмәтен белдереп сәскәләргә күмде. Эшендә лә, өйөндә лә бар ергә өлгөр ҡатын-ҡыҙ өсөн ошонан да ҙур баһа бармы икән?! Сәхнә оҫтаһының әле ижад итер, яңы йырҙар яңғыратыр, алып барыр кисәләре алда әле. Киләсәктә лә сәхнәләрҙе балҡытып, сәскәләргә күмелеп йәшәргә яҙһын.

Театр миҙгелен асыу һәм Р.Хәбибуллинаның ижад кисәһе спектаклдәрҙән өҙөктәр, йыр-моң менән үрелеп барҙы. Рәзилә Рәйес ҡыҙы өҙҙөрә баҫып, тәү сәхнәгә сыҡҡан бейеүен дә башҡарып, тамашасыларының хәтерен яңыртты.

Сараның икенсе өлөшөндә театр һөйөүсе тамашасыларыбыҙға яҡташыбыҙ, һәләтле драматург, шағир Салауат Әбүзәровтың “Америка ҡунағы мажаралары” (“Байраҡ аҫтында”) комедияһы күрһәтелде. Бында һәүәҫкәр артистар ролдәрен оҫта итеп башҡарыуы менән иҫтә ҡалырлыҡ образ тыуҙырҙылар. Улар тамашасыларҙың рухи зауығын, күңел күтәренкелеген үҫтереп, барыһына ла күңелле ял бүләк итте.


Читайте нас: