+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2019, 14:42

Уҡытыусылар көнө үтте

3 октябрҙә район мәҙәниәт һарайында Уҡытыусылар көнөнә арналған ҙур байрам сараһы үтте.

Районыбыҙ педагогтарын, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен, педагогик хеҙмәт ветерандарын ҡотларға район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Зөфәр Мәғәсүм улы Хафизов, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов килде. Алдынғы мөғәллимдәр “БР-ҙың мәғариф отличнигы” билдәләре, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Район мәҙәниәт һарайы артистарының, балалар бейеү ансамблдәренең сығыштары байрам биҙәге булды.
Читайте нас: