-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2019, 11:07

Уҡытыусым маяҡ булды

Кеше ғүмере төрлө мәлдәргә бай булыуы менән үҙенсәлекле. Шуға уны ҡайһы саҡта йыш үҙгәреп тороусы һауа торошо менән дә сағыштырып ҡуям. Унда ла бит күңелдәрҙе илерткес ҡояшлы яҙҙарҙы болоҡһоу ҡара болотло көндәр көтмәгәндә алмаштырыусан. Шул саҡта әҙәм балаһының ихтыяр, рух көсө ныҡлығының ниндәй кимәлдә булыуы һынала ла инде. Һеҙҙе таныштырасаҡ геройым тормоштоң һәр мәлендә лә үҙе булып ҡала торған заттарҙан. Уға хатта ҡартлыҡ үҙе ҡағылырға ла ҡыймаған төҫлө. Ғүмер бураҙналары ҡыуаныстары-көйөнөстәре менән һырҙар булып ятырға тырышһа ла, ҡояштай балҡып торған йөҙө, нәфис буй-һыны, күптәребеҙгә өлгө булырлыҡ сабырлығы менән һоҡландырыуынан туҡтамай. Һүҙем күптән түгел генә 55 йәшлек күркәм юбиле-йын билдәләгән уҡытыусым Минзәлә Нотфулла ҡыҙы Мәмәтҡолова хаҡында.

Минзәлә Нотфулла ҡыҙы 1964 йылдың 19 июлендә Йылайыр районының Һабыр ауылында донъяға килә. Белемгә, тирә-яҡты танып-белеүгә ынтылышы иртә башлана. Биш йәшендә беренсе синыфҡа барған апаһына эйәреп уҡырға ла йөрөп ала. “Ныҡышмалылыҡ, күрәһең, миндә бәләкәйҙән килгән. Шуға еңмешләнеп уҡырға йөрөүемә лә ҡаршы килмәгәндәрҙер. Көндәр ныҡлап һыуытҡансы барғанмын да туҡтағанмын, – ти көлөп Минзәлә Нотфулла ҡыҙы. – Туҡтаным тип, белем усағына тәпәй баҫыу менән һуҡмаҡты һыуытмағанмын ул. Әсәйем унда йыйыштырыусы булып эшләгәс, эйәреп йөрөй торғайным. Уҡытыусылар бүлмәһе ул саҡта серле бер урын булып күренә торғайны”.

Был ҡыҙыҡһыныуы артабан һөнәр һайлар саҡта ла йоғонто яһамай ҡалмай. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инә. Ғүмерлек йәрен студент сағында осрата. Юлыҡҡа ҡунаҡҡа килгәндә Шәфҡәт Шәрифулла улы менән таныша. Ғаиләләренә йәм өҫтәп өс балаға атай-әсәй булыу бәхетенә ирешәләр. Әммә ҡайғы ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй. Егерме йәшлек кинйә улдары Таһир быйыл юл фажиғәһенә осрап был донъяларҙан китеп барҙы.

Уҡытыусы – күп яҡлы, ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһе ул. Заман менән бер ҡатарҙан атлағанда ғына эшеңдең уңыштарын күреп һөйөнөргә мөмкин икәнлеген мәғариф өлкәһендә эшләгән һәр кем яҡшы төшөнә. Утыҙ ике йыл буйы балаларға белем биреү дәүерендә Минзәлә Нотфулла ҡыҙы үҙен төрлө яҡлап эҙләнеүсе мөғәллимә булараҡ күрһәтте. Боронғолоҡ менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныуы, үҙе уҡытҡан уҡыусыларына ла үткәндәребеҙгә ихтирам, хөрмәт менән ҡарарға өйрәтеүе бөгөнгө көндә оло баһаға лайыҡ. Крайҙы өйрәнеүгә арналған ғилми конкурстарҙа тиҫтә йылдар дауамында уның уҡыусылары ауылыбыҙҙың үткәненә бәйләп яҙылған ғилми эштәре менән сығыш яһап, тыуған еребеҙҙең бөгөнгө йөҙөн, ысынбарлығын да күрһәтеүгә өлгәште. Тағы ла уны бала күңелен аңлай, тоя белеүсе психолог тип тә әйтергә мөмкин. “Күҙгә артыҡ күренеп бармаған, әммә булдыҡлы, тырыш уҡыусылар менән эшләргә яратам. Әлбиттә, уҡытыусы өсөн бөтә уҡыусылар ҙа бер иш, бер тигеҙ. Шулай ҙа эҙләнеү эштәренә дәртләнеп тотонған, уҡырға яратҡан уҡыусылар бармаҡ менән һанарлыҡ. Шуға ла беҙҙең эштә кем нимәне булдыра алғанын тоя һалып, баланы күңеленә хуш килгән эштәр башҡарырға этәрә белергә кәрәк”, – ти ул.

Ысынлап та, Минзәлә Нотфулла ҡыҙы һан артынан сапҡан уҡытыусы түгел. Ул бер нисә уҡыусы менән әүҙем шөғөлләнеп юғары эш һөҙөмтәһен күрһәтеүҙе ҡулай күрә. Урта, юғары кластарҙа уның етәкселегендә төрлө конкурс-олимпиадаларға йөрөү бәхете миңә лә тейҙе. Республика кимәлендәге олимпиадаларҙа ике йыл рәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән икенсе урын, башҡорт мәҙәниәтенән беренсе биш иң яҡшы уҡыусы иҫәбендә булыуымда уның хеҙмәте, тырышлығы баһалап бөткөһөҙ ҙур булыуын ваҡыт үткән һайын нығыраҡ аңлайым. Хәстәрлекле уҡытыусы булғас, ата-әсәйемдәр ҙә тыныс күңел менән юлға сығарып ебәрә торғайны. Ғөмүмән, яҡшы уҡытыусы әсәй кеүек. Йылдар үтеп, ҡошсоҡтары үҙ ояларын ҡалдырып киткәс тә, кәрәк саҡта үҙ ҡанаты аҫтына алып, ярҙамынан ташламай. Минзәлә Нотфулла ҡыҙы ла шулай. Практика үтергә мәктәпкә килгәс тә, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты, диплом эшемә рецензия яҙып фекер-теләктәрен еткерҙе. (Ошонда бер уңайҙан Юлыҡ мәктәбе уҡытыусыларына, 2006 – 2018 йылдарҙа мәктәп директоры булып эшләгән Рәфис Ғәлинур улы Абдрахмановҡа элекке уҡыусыларын һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, үҙебеҙҙе ысын уҡытыусылар кеүек итеп тойоп практикалар үтергә мөмкинселек биргәндәре өсөн рәхмәт әйтке килә). Ә үткән йыл ауыл мәҙәниәт йортонда китабымдың презентацияһы мәлендә Минзәлә Нотфулла ҡыҙы: “Рәзинә менән эшләгән йылдар минең өсөн иң уңышлы, юғары һөҙөмтәләргә ирешкән мәл булды”, – тигәйне. Матур ғүмер байрамығыҙ менән ҡотлап, барыһы өсөн дә рәхмәт әйтеп, минең дә: “Мәктәптә уҡыу йылдарынан һуң да тормошта алға әйҙәүсе яҡты маяҡ кеүек булдығыҙ, тип ауыҙ тултырып әйтә алыуым менән бәхетлемен”, – тип әйткем килә.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: