-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Октябрь 2019, 11:34

Байрам бүләге - сәйәхәт

Бер нисә йыл рәттән Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө уңайынан районыбыҙҙа лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән өлкән быуын кешеләре өсөн сәйәхәт ойоштороу матур йолаға әйләнде. Уға быйыл да тоғро ҡалдылар һәм байрам алдынан, йәғни 30 сентябрҙә, районыбыҙҙың барлыҡ ауыл биләмәләренән бер төркөм пенсионерҙар, “Ғаилә” көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге” етәксеһе Альбина Ғәзизова район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова етәкселегендә сәйәхәттә йөрөп ҡайтты.

Сәйәхәтселәргә район хакимиәте ярҙамы менән бүленгән өс “Газель” автобусы билдәләнгән ваҡытҡа район мәҙәниәт һарайы алдына килеп туҡтаны. Экскурсияла ҡатнашасаҡ өс тиҫтәнән ашыу өлкән быуын вәкиле автобустарға ултырып, дәртләнешеп юлға сыҡты (миңә лә, мәҡәлә авторына, улар менән сәйәхәт итеү бәхете тейҙе).

Тәүге туҡталыш Бурлы ауылында булды. Өлкәндәр ауыл хакимиәте биләмәһендәге яуҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориаль һәйкәл менән танышты, Бурлы ауылында тыуып үҫкән, әммә бик иртә беҙҙең аранан киткән Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡуповтың ғүмер юлына, Бурлы ауылы тарихына байҡау яһалды. Күмәкләшеп иҫтәлеккә фотоға төшкәндән һуң, юлды артабан дауам иттек. Өс “Газель”дең икәүһендә ра-йон мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре: йырсы-композитор Рәмил Ғимрани (гармунын үҙе менән алған) менән баянсы Наил Вәлиев та бар ине. Оҙаҡ ваҡыт та үтмәне, гармун моңдары аҫтында йырлашып бара торғас, Еҙем-Ҡаранға килеп еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалды өлкәндәр. Ауылға килеп төшкәс, барыһын да мәҙәниәт йортона саҡырҙылар. Сәйәхәтселәр Еҙем-Ҡаран ауыл һәүәҫкәрҙәре әҙерләгән М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” драмаһынан өҙөктө тамаша ҡылды, байрам концертын ҡарап кинәнде. Мәҙәниәт йорто директоры, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәүилә Рөстәмбәк ҡыҙы Килмөхәмәтова сараны матур итеп алып барҙы. Ҡунаҡтарҙы һәм сараға килеүсе урындағы халыҡты Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Сәғит ҡыҙы Шәйәхмәтова Оло йәштәгеләр көнө уңайынан тәбрикләне, күңелле ял минуттары теләне. Сәйәхәттә ҡатнашыусылар ҙа ҡунаҡҡа буш килмәгән, ҡартайҙыҡ инде, тип тормайынса ауыл һәүәҫкәрҙәре Динислам Шафиҡов (йырланы), Индира Биктимерова (бейене), ағинәйҙәр менән бер рәттән дәртләнешеп, еҙемҡарандарға сығыштарын бүләк итте. Сәйетбаба ауылынан Закир Ишмырҙин, Красноусолдан Рәмил Ғимрани башҡарыуындағы йырҙарҙы, өсөһө бергә лә, айырым да гармунда көйҙәр һыҙҙырған Закир Ишмырҙин, Бурлынан Ғабдулла Абдрахманов, район мәҙәниәт һарайы баянсыһы Наил Вәлиевтың сығыштарын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөковаға һүҙ бирелеп, байрам сараһына йыйылыусыларҙы ҙур байрам менән ихлас ҡотланы, өлкәндәргә үҙенсәлекле ял ойоштороуҙары һәм ихлас ҡаршылауҙары өсөн барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Артабан байрам концертынан һуң, экскурсияла ҡатнашыусылар Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры, олуғ шәхес Мәжит Ғафуриҙың Йорт-музейына юлланды. Күркәм, бөхтә, сәскәләргә күмелгән (ҡырауҙан сәскәләр бер аҙ шиңгән, йәй көнө бигерәк матур булғандыр инде!) биләмәлә өлкәндәрҙе музей директоры, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М.Ғафури миҙалы һәм шағир исемендәге йәмәғәт премияһы лауреаты Рәсилә Зиннәт ҡыҙы Нәжметдинова ихлас ҡаршы алды. М.Ғафури һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалғас, барыһы ла музей эсенә үтте. Рәсилә Зиннәт ҡыҙы бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс экскурсия ойошторҙо, һәр кем стендтар, айырым бүлмәлә урын алған М.Ғафуриҙың шәхси әйберҙәренән, боронғо көнкүрештә ҡулланылған һауыт-һаба, кәрәк-яраҡ, кейем-һалымдан торған экспонаттар менән яҡындан танышты. Һәр кем музейҙан ҙур ҡәнәғәтлек менән бай тәьҫораттарға эйә булып, рәхмәт әйтеп сыҡты. Барыһы бергә бөйөк шағир һәйкәле янында фотоға төштө.

Сәйәхәт тәьҫораттары менән бер аҙ талсығып киткән олпат йәштәгеләр өсөн ауыл хакимиәте һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре фойела сәй табыны ҡорғайны. Мәктәп ашнаҡсылары тәмле итеп әҙерләгән аш-һыуҙан һығылып торған өҫтәлдәр артында йәнле аралашыу барҙы, һүҙ ҡунаҡтарҙың үҙҙәренә бирелде. Сығыштарҙың һәр ҡайһыһында мауыҡтырғыс сәйәхәтте ойоштороуҙа тос ярҙамы өсөн район хакимиәте башлығына, ветерандар советы рәйесенә, ихлас ҡаршы алған Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе хакимиәтенә, мәҙәниәт йорто, музей, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Игенйылға ауылынан шиғри күңелле Зилә Сәйетбатталова үҙенең ижад емешен уҡып ишеттерҙе, Яңғыҙҡайындан Сәлимә Ишмөхәмәтова ҡунаҡҡа буш ҡул менән килмәгән, үҙе бешергән сәк-сәкте бүләк итте, Ҡотлоғужанан Гөлшафиға Ғәббәсова, Ташлынан Еҙем-Ҡаран ауылы килене Миләүшә Йомағолова, Красноусолдан Әнүәр Муллағолов (сығышы менән Яҡтыкүлдән), Рима Нафиҡова, Үтәк ауылынан Әнүәр Арыҫланов, Табындан Мария Сидорова һәм башҡалар изге теләктәрен еткерҙе, ә Закир Ишмырҙин менән Ғабдулла Абдрахманов гармунда уйнаны. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, йәштәрсә дәрт менән бейеп тә алдылар, ғөмүмән, рәхәтләнеп күңел асты өлкәндәр.

Бына шулай, районыбыҙҙың иҫтәлекле урындарында булып, матур тәьҫораттар менән әйләнеп ҡайтҡан өлкәндәр сәйәхәтте үҙҙәренә үҙенсәлекле байрам бүләге итеп ҡабул итте.


Читайте нас: