+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Октябрь 2019, 11:49

Беҙҙең тенниссылар чемпион

17-се Ауыл спорт уйындары сиктәрендә өҫтәл теннисы буйынса республика финал ярыштарында район командаһы еңеүсе булды.

Краснокама районының Николо-Березовка ауылында үткән финал ярышында республика ауыл райондарынан 17 йәштән алып өлкәндәрҙән тупланған 28 команда ҡатнаша. Был ярышта районыбыҙ намыҫын Вячеслав Горбунов, Азат Мәҡсүтов һәм Юлия Кунгурова яҡлай. Беренсе ракеткалар араһында В. Горбунов чемпион була. Икенсе ракеткалар араһында Азат Мәҡсүтов - беренсе, ә Юлия Кунгурова 5-се урын яулай һәм дөйөм һөҙөмтәләр буйынса районыбыҙ командаһы беренсе урынға сығып, республика чемпионы була.

Йыйылма команданың алмаштырғыһыҙ тренеры Айрат Марат улы Сабировты һәм тенниссыларҙы оло еңеү менән ҡотлайбыҙ, тағы ла бейегерәк ҡаҙаныштар теләйбеҙ.

М.Мәмәтҡолова.

Читайте нас: