Красноусол Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе базаһында уҙған спорт сараһын асыу тантанаһында ра-йон мәғариф бүлеге исеменән Айҙар Рафиҡов, мәғариф хеҙмәткәрҙәре проф-союз ойошмаһы рәйесе Альберт Насиров, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Сергей Чебурашкин, мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә белем биреү буйынса методисы Лира Бәхтейәрова барыһын да һөнәри байрамдары менән тәбрикләне, бәйгеләрҙә уңыштар теләне.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары командаларының береһенән-икенсеһе үҙенсәлеклерәк, ҡыҙыҡлыраҡ сәләмләү сығыштарын күңелле спорт ярыштары алыштырҙы. Спартакиадала ҡатнашыусылар урындан оҙонлоҡҡа һикереү, иҙәндә матҡа ятып ҡалҡыныу, аяғөҫтө торған килеш эйелеп ҡулдар менән иҙәнгә тейеү һәм билдәле бер урындан туп ырғытыу кеүек һынауҙарҙы үтте. Ярыштың баш судьяһы Рафаил Юлмөхәмәтов етәкселегендә тренерҙар Дмитрий Сабиров менән Андрей Балабонов хәрәкәттәрҙе үтәү тәртибен аңлатып, тәүҙә үҙҙәре эшләп күрһәтте. Артабан һәр күнегеүҙең дөрөҫ башҡарылыуын иҫәпкә алып, күрһәткестәрҙе теркәп барҙы. Хеҙмәткәрҙәр ярышып, командаларына мәрәй ҙә килтерҙе, ГТО комплексы нормативтарын да үтәне. Бөтөн мәрәйҙәр иҫәбе буйынса Красноусолдағы “Тирмәкәй” (“Теремок”) баҡсаһы командаһы – 1-се, “Миләшкәй” (“Рябинушка”) – 2-се, Яңғыҙҡайын ауылы балалар баҡсаһы командаһы 3-сө урын яуланы.