-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Октябрь 2019, 11:38

Сара һоҡланғыс үтте

Кеше ғүмеренең һәр миҙгеле үҙенсә матур. Оло йәшкә етеүҙе лә юҡҡа ғына алтын көҙ менән сағыштырмайҙар – һығымта яһар, уңыштарҙы барлар мәл ул. Алтын көҙҙә иң йылы һәм сағыу байрамдарҙың береһе – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө. Йолаға ингән байрам – өлкән быуынға хөрмәт, ихтирам билдәһе. Оло быуын кешеләренең үҙ ғүмерҙәре дәүерендә күпме осоштар һәм абыныуҙар, осрашыуҙар һәм юғалтыуҙар, ни хәтле ҡыуаныс һәм күҙ йәштәре түккәне беҙҙең төшкә лә инмәйҙер, бәлки. Шуны белеп тә, беҙ оло быуын кешеләренә һәр ваҡыт тәрән ихтирам менән ҡарарға тейешбеҙ.

Имәндәш мәктәбендә лә ауылыбыҙ ветерандары өсөн ҙур байрам, хәҙер инде традицияға әйләнгән осрашыу үткәрелде. Башланғыс синыф уҡытыусылары Гөлдәр Сәлимйән ҡыҙы Ишемйәрова, Анфиса Айрат ҡыҙы Мәхмүтова етәкселегендә уҡыусылар концерт ҡуйҙылар - йырланылар, бейенеләр, күңелде иретерлек шиғыр юлдары яңғыраттылар. Байрамда Имәндәш мәктәбе директоры Р.И.Муллашев, ауыл хакимиәтенән Филүс Шәрәфетдинов, ветерандар советы рәйесе Р.Ғ.Мәхмүтова, хәҙрәт С.Ғ.Түзбәков сығыш яһап, оло йәштәгеләрҙе ҡотланылар, изге теләктәрен еткерҙеләр. Ауыл ағинәйҙәре лә байрамды йәмләп, тамашасыларға йырҙар бүләк итте. Шулай уҡ 80 йәштәрен тултырып 90-ға яҡынлаған 15 ветеранға кескәй генә булһа ла бүләк тапшырылды, байрамға килә алмағандарға өйҙәренә үк барып ҡотлап, бүләк тапшырҙылар. Кисәне бағыусылар - ауыл хакимиәте башлығы Әхнәф Әхиәр улы Ноғайғоловҡа, ауыл Советы депутаттары Рәсих Ишмырҙа улы Муллашевҡа, Илдар Жәннәт улы Мәхмүтовҡа (бүләк алыуға депутаттар аҡса бирҙе), байрамды ойоштороусылар: ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Рәзилә Зөбәйҙуллинаға, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Р.Ғ.Мәхмүтоваға, сценарий төҙөүсе һәм алып барыусы Гөлдәр Ишемйәроваға, байрамға килеүселәрҙе һарыҡ һуйып, тәмле аш менән һыйлаусы Резеда һәм Талип Ишемйәровтарға ҙур рәхмәт әйтеп, сәй табыны артында күңелле әңгәмә ҡороп таралышты ветерандар.

Рәмилә Мәхмүтова,

Имәндәш ауылы ветерандар советы рәйесе.

Читайте нас: