+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Октябрь 2019, 11:27

Уҡытыусы. Унан да бөйөгөрәк ниндәй исем бар!

3 октябрҙә район мәҙәниәт һарайында донъялағы иң изге, иң хөрмәтле, иң яуап-лы һөнәр эйәләре - Уҡытыусылар көнөнә арналған ҙур байрам сараһы үтте.

Районыбыҙ педагогтарын, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен, педагогик хеҙмәт ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Зөфәр Мәғәсүм улы Хафизов, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов килде.

Тантаналы кисә балаларҙың сығыштары менән башланып китте. Улар йырҙары аша уҡытыусыларға тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе. Сарала яңғыраған барлыҡ матур, изге һүҙҙәр тап педагогтарға арналды.

Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов байрамға йыйылыусыларҙың барыһын да яҡынлашып килгән Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотланы һәм үҙ һөнәрҙәренең оҫталары, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән бер төркөм уҡытыусыларҙы бүләкләне.

“Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” билдәһенә Красноусолдағы 3-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ф.Ф.Баязитова, Табын урта мәктәбе директоры Ф.И.Ғүмәров лайыҡ булды. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән Красноусол башҡорт гимназия-интернатының башланғыс кластар уҡытыусыһы Ю.З.Салауатова, Красноусолдағы “Тирәккәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе А.Т.Батыршина, Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең физкультура уҡытыусыһы А.В.Яковлев бүләкләнде. Шулай уҡ бер төркөм районыбыҙ мәктәптәре мөғәллимдәре район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарына эйә булды.

Район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов та районыбыҙ педагогтарына һөнәри байрамдары уңайынан ихлас тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе. Йәнә бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын район Советының Маҡтау грамоталары менән бүләкләп үтте.

Тантаналы йыйында барлыҡ уҡытыусы – коллегаларын, педагогтарҙы, мәғариф хеҙмәткәрҙәрен, педагогик хеҙмәт ветерандарын һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлап, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов районыбыҙҙың мәғариф өлкәһенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Алдынғыларҙы билдәләп, айырыуса һөҙөмтәле эшләгән педагогтарға мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Шулай уҡ Балалар ижады үҙәге директоры И.П.Шаульскаяны РФ Фән министрлығының Балалар туризмы һәм крайҙы өйрәнеү үҙәгенең “Балалар туризмына – 100 йыл” иҫтәлекле маҡтаулы билдәһе менән бүләкләне.

Тантана ҡунаҡтары – ғүмерҙәрен мәғариф өлкәһенә бағышлаған педагогик хеҙмәт ветерандарына ла тәбрик һүҙҙәре әйтелеп, сәскә гөлләмәләре бүләк ителде.

Байрам сараһын район мәҙәниәт һарайы артистарының, балалар бейеү ансамблдәренең сығыштары йәмләне. Кисәне Эльвира Насирова менән Фәнзил Ғәлин йәнле итеп алып барҙы.


Читайте нас: