+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Октябрь 2019, 11:20

Йәшәрһен Башҡортостан!

5 октябрҙә бар республикала иғлан ителгән “Йәшел Башҡортостан” ағас ултыртыу акцияһы Башҡортостандың 100 йыллығын ҡаршылау сиктәрендә үтте. Уға ғафуриҙар ҙа әүҙем ҡушылып, был көндө һәр кем үҙ ағасын ултыртыу мөмкинлегенә эйә булды.

Йәшеллек яратыусылар иртәнге сәғәт 9-ҙа алдан уҡ билдәләнгән майҙансыҡтарға ултыртыу өсөн ағас үҫентеләре, көрәк, һыу, биҙрәләр алып килеп тә етте. Улар араһында район предприятиелары, ойошма-учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, мәктәптәр уҡыусылары һәм ошо акцияға ҡушылырға теләк белдергән халыҡ та бар ине. Сарала бөтәһе 1446 кеше ҡатнашып, 435 эре ағас, 18260 йәш үҫенте ултыртылған. Шуларҙың 15 меңен Имәнлек ауылы эргәһендәге 3,5 га майҙанда Бурлы, Ҡарағай, Имәндәш, Сәйетбаба һәм Йөҙимән ауыл мәктәптәре уҡыусылары ултыртҡан.

Красноусолдың Йәштәр биҫтәһендә, Свердлов, Көньяҡ урамдарында, Үҙәк район дауаханаһы, район үҙәге мәктәптәре һәм балалар баҡсалары алдында, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты биләмәһендә ҡарағай, шыршы, ҡайын, йүкә, миләш, балан, каштан ағастары, әлморон, спирея ҡыуаҡлыҡтары ултыртылған.

Ошондай уҡ эштәр райондың бар ауыл биләмәләрендә лә башҡарылды.

Иң мөһиме ултыртҡан ағастарыбыҙ йәшеллек менән һөйөндөрһөн, тигән теләк менән таралышты “Йәшел Башҡортостан” акцияһында ҡатнашыусы ғафуриҙар.

Ошо уҡ көндө район халҡы экологик өмәгә сығып, юл ситтәрен ағас-ҡыуаҡлыҡтарҙан таҙартты.


Читайте нас: