1980 йылда теш дауалау бүлексәһен тамамлаған йәш белгес йүнәлтмә буйынса курсташы - Кушнаренко районы ҡыҙы Зөһрә Әхмәтйәнова (хәҙер Ғафарова) менән Ғафуриға эшкә ебәрелә. Венера Фоат ҡыҙын Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһына, ә әхирәтен Яңғыҙҡайынға тәғәйенләйҙәр. Шул йылдарҙан бирле, бына 40 йылға яҡын инде ул үҙенең яратып һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, намыҫлы хеҙмәт итә. Еҙемҡарандарҙың һәм яҡын-тирә ауылдар халҡының тешен дауалай, кәрәк икән, һура ла. Йәш, булдыҡлы медицина хеҙмәткәрен ауыл халҡы тиҙ арала яратып өлгөрә, үҙ итә.
-Мин Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһында эш башлағанда шарттар юҡ, бина һыуыҡ, теш кабинеты ла юҡ, ҡорамалдар ныҡ иҫке ине. Ул ваҡыттағы баш табип Хатмулла Саттаров кабинет, бер аҙ шарттар булдырырға тырышты. Хәҙер ул замандар менән сағыштырғанда ер менән күк араһы. Барлыҡ мөмкинлектәр, уңайлы шарттар булдырылды, айырым стоматология кабинетында ҡорамалдар ҙа заманса, рәхәтләнеп эшлә лә эшлә генә, - ти Венера Фоат ҡыҙы үткәндәргә әйләнеп ҡайтып һәм бөгөнгөһөнә ҡыуанысын белдереп. – Һаулыҡ һаҡлау министры килеп киткәс, йәй көнө яңы ҡорамалдар ҡайтарылды.
Венера Фоат ҡыҙы үҙ мөхәббәтен дә ошонда таба, Еҙем-Ҡаран ауылы егете Илдар Башаров менән ғаилә ҡора. Тормош иптәше менән башҡалар һоҡланырлыҡ итеп донъя көтөп, ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтереп, башлы-күҙле иткәндәр. Балалары хәҙер үҙҙәре атай-әсәй булып, уларға олатай-өләсәй булыу бәхетен кисерткәндәр. Ҡыҙҙары Эльвира әсәһе юлын һайлап, медицина училищеһын тамамлаған, “Красноусол” шифаханаһында косметолог булып эшләп, әле ҡыҙы Светлана менән декрет ялында. Улдары Илдус ғаиләһе менән Өфөлә төпләнгән, газ хеҙмәтендә эшләй. Милена, Камилла исемле ҡыҙҙарҙың атаһы.
Тырыш, үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән В.Башарованы коллективында ла, етәкселек тә хөрмәт итә. Уның медицина өлкәһендәге күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт һүҙҙәре менән баһаланған. Юбилейығыҙ мөбәрәк, үҙегеҙ иҫән-һау, эштәрегеҙ уң булһын.