-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2019, 11:31

Баҫыуҙарҙа эш тынмай

Район баҫыуҙарында урып йыйыу эштәре дауам итә. Әлеге көндә ауыл эшсәндәре ҡыҙыу темпта “татлы тамыр” һәм көнбағыш уңышы йыйыу менән мәшғүл.

Бөгөнгө көнгә шәкәр сөгөлдөрө 1650 гектарҙа ҡаҙып алынған, был дөйөм майҙандың 51 проценты. Тулайым йыйым 59400 тонна, ә район буйынса уртаса гектар ҡеүәте 360 гектар тәшкил итә. “ШЭ Тахтаров” хужалығы “икенсе ураҡ”ты тамамлаған. “Сатурн” КФХ-һында ла һуңғы гектарҙарҙың уңышын йыялар. Көнбағыштың да яртыһынан күберәге йыйып алынған. Был культура гектарынан уртаса 13 центнер уңыш бирә.

“Урожай”ҙа ла эш ҡыҙыу бара. Комбайнсылар Рәмзил Сәғитов, Рәшит Яҡупов һәм Ғәле Исмәғилев “ДОН” һәм “ACROS” комбайндарында һәр сәғәтте тулыһынса файҙаланырға тырышып, алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән дә хәстәрлек күрелгән, көноҙоно махсус техника баҫыуҙа дежурлыҡ итә. Һуғып алынған көнбағышты ырҙын табағына “КамАЗ” машинаһында Әнүр Мифтахов менән Ансар Әхмәҙуллин ташый. Унда инде ырҙын табағы эшселәре килтерелгән уңышты тотҡарлыҡһыҙ елгәртеп, таҙартып, тиҙерәк япма аҫтына урынлаштырыуҙы хәстәрләйҙәр.

- Уңышты насар тип әйтеп булмай, әлегә гектарынан 10 центнерҙан ашыу күрһәтә. Көнбағышты тулыһынса йыйып алғас ҡына аныҡ билдәле була инде. Бөгөнгө көнгә бөтә майҙандың яртыһы йыйып алынды. Шәкәр сөгөлдөрөнә килгәндә, 530 гектарҙың 200-ендә эш тәүәлләнде. Һәр гектарҙан уртаса 350 центнер уңыш алдыҡ.Ҡаҙып алынған уңышты баҫыуҙа оҙаҡ ятҡырмайынса тиҙерәк шәкәр заводына оҙатырға тырышабыҙ,- ти хужалыҡ агрономы Ринат Хисаметдинов.


Читайте нас: