Районыбыҙҙың бил бирмәҫ өс көрәшсеһе Рәшит Абдуллин (16 йәш, 54 кг), Радмир Ҡайғолов (13 йәш, 34 кг), Әлфир Нәзиров (17 йәш, 47 кг) был сәмле бәйгелә ҡатнашыусыларҙың һәм тренерҙарҙың иғтибарын йәлеп итеп кенә ҡалманы, үҙҙәренең таҫыллыҡтары менән барыһын һоҡландырҙы. Һөҙөмтәлә, Радмир Ҡайғолов - 2-се, Әлфир Нәзиров 3-сө урын алыуға өлгәште. Етәкселәре Флорид Ғибаҙуллин да уларҙың сығышынан ҡәнәғәт.
- Спортта һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн көсөргәнешле әҙерлек тә талап ителә. Әле лә өлгәшелгәндәр менән туҡталып ҡалмай, хаталар өҫтөндә эшләп, 20 октябрҙә республика чемпионатында көс һынашып, Рәсәй командаһына һайлап алыу бәйгеһендә ҡатнашырға өмөт итәбеҙ, - тип һөйләп үтте Флорид Фәрит улы.
Районыбыҙҙың ғорурлығы булған ҡатҡыл, көслө егеттәребеҙгә киләсәктә лә бил бирмәй, һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтергә яҙһын.