Күптән бөтөүгә дусар булған Биҙәүләт (Яңы Заһит) ауылында Ғәбиҙә менән Ғәзимйән (икеһе лә иҫән, әсәһенә – 85, атаһына 91 йәш) Йәрмөхәмәтовтарҙың күмәк – биш балалы ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә Ғәлийән. 8-се класты тыуған ауылы мәктәбендә тамамлағас, Салауат ҡалаһында 7-се һөнәрселек училищеһында слесарь-монтажсы һөнәренә эйә булып, бер үк ваҡытта ДОСААФ-та уҡып водитель таныҡлығы ала. Армия сафына саҡырылғансы Салауатта нефть эшкәртеү комбинатында тәүге хеҙмәт юлын башларға ла өлгөрә ул. Ике йыл Германияла һалдат һурпаһы эсеп, хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, ата-әсәһе Красноусолға күсеү сәбәпле, коммуналь хужалыҡҡа водитель булып эшкә килә. Төрлө машиналарҙы йөрөтөргә тура килә уға, башта “ГАЗ-93” үҙбушатҡысы, артабан “ГАЗ-53”, “ЗИЛ” автомашиналары руле артында меңәрләгән саҡрым юл үткән. Һөнәрен яратҡас, һәр ҡушылған эште еренә еткереп башҡара. Ҡарап, йүнәтеп торғас, машинаһы һәр саҡ юлға сығырға әҙер була. Артабан уға “КамАЗ” автомашинаһын ышанып тапшыралар. Һәм хаҡлы ялға туҡтағансы уның руле артында була.
-Эшкә килеүем кисә генә кеүек булһа ла, күпме ваҡыт үтеп тә киткән, һиҙмәй ҙә ҡалғанмын, - ти Ғәлийән Ғәзимйән улы. – Эйе, 39 йыл ғүмер әҙ түгел икән шул, коммуналь хужалыҡта хеҙмәт стажым шунса. Эшкә шул тиклем бирелгәнмен, хатта отпуск та алмай тыуған хужалығыма хеҙмәт иттем, ҡайһы саҡ бер аҙ ял алырға уйлағанда ла, кеше етешмәгәнлектәнме, саҡыртып алалар ине. Хәҙер иһә хаҡлы ялға туҡтарға ҡарар иттем, - ти ул.
Ысынлап та, ябай водитель Ғ.Йәрмөхәмәтов хеҙмәттәштәре араһында, етәкселек тарафынан тырыш хеҙмәте аша хөрмәт ҡаҙанған. Быйыл март айында 60 йәшен билдәләп, унан ярты йыл үтеүгә, 1 октябрь (тап ошо көндә эшкә ҡабул ителгән һәм эштән киткән) – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөндә уларҙың сафына баҫып, хаҡлы ялға туҡтаған хеҙмәт алдынғыһын район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов “Красноусол коммуналь хужалыҡ” МУП-ы етәксеһе И.Н.Ҡолбахтин менән берлектә эш кабинетына саҡырып тәбрикләр, бүләкләр инеме? Әлбиттә, бындай бәхет бар кешегә лә эләкмәй. Тимәк, эшсәнлек сифаттарына, бай тәжрибәгә эйә Ғәлийән Ғәзимйән улы ысын мәғәнәһендә ҙурлауға лайыҡ.
Яратҡан эшенән генә түгел, тормош иптәшенән дә уңған ул. Әлшәй районының Ниғмәтулла ауылы ҡыҙы - йүнәлтмә бу-йынса Ғафури финанс бүлегенә эшкә килгән Зөлфиә Рөфҡәт ҡыҙы менән яҙмыштарын бер бөтөн итеп йәшәүҙәренә лә 37 йыл ғүмер үткән. Ул артабан район эске эштәр бүлегендә хеҙмәт юлы үтеп, полиция капитаны дәрәжәһендә отставкаға сыға, әле бухгалтерияла эшләй. Йәрмөхәмәтовтар ике ҡыҙ - Гүзәл менән Лилиәне тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар, ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй булғандар. Өлкәне – Ивановола, кесеһе Өфөлә йәшәй, ҡыҙы, улы бар.
Батырға ла ял кәрәк, тигәндәй, Ғәлийән Йәрмөхәмәтовтың ялға туҡтап, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтенең, ғөмүмән, һәр яҡтан татлы емештәрен татыр мәле...