+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2019, 11:56

Өмөт сатҡылары ҡабыҙып

“Табын” район гәзите мәғариф бүлеге менән берлектә мәктәп уҡыусылары араһында шағирә Гөлнур Яҡупова призына ойошторған “Өмөтлө ҡәләм - 2019” ижади бәйгеһенең сираттағы йомғаҡлау сараһы Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында күркәм үтте. Йыл һуҙымында райондың 12 мәктәбенән 100-ҙән ашыу ижади эш ҡаралып, уларҙың күпселеге район гәзите биттәрендә баҫыла барҙы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла был бәйгегә һәләтле уҡыусыларҙың эштәрен тәҡдим итеп, ҙур әүҙемлек күрһәтте.

Беренсе халыҡ шағирын үҫтер-гән, уның исемен йөрөткән районыбыҙҙа ошондай киң ҡоласлы ижади бәйгенең матур традицияға әүерелеүе ҡыуаныслы күренеш. Йөҙәрләгән бала ҡатнашҡан был сараны яҡташыбыҙ, танылған яҙыусы Гөлнур Яҡупова башлап ебәреп, уҡыусыларҙа өмөт сатҡылары ҡабыҙҙы. Бына хәҙер 19 йыл рәттән уҙғарылып килгән бәйгелә Гөлнур Яҡупова сығыш яһап, тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ был сараны уҙғарыуға көс һалған “Табын” гәзите редакцияһына, район мәғариф бүлегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Гимназия директоры Гөлсөм Монасипованың хеҙмәтен билдәләп, уҡыу йортондағы күҙгә ташланып торған ыңғай үҙгәрештәргә һоҡланыуын белдерҙе һәм китапхана фондына үҙенең яңы китаптарын бүләк итте.

Быйылғы “Өмөтлө ҡәләм” бәйгеһендә Гөлнур Яҡупова Юлыҡ мәктәбенән Гөлнәзирә Юлмөхәмәтова менән гимназиянан Динар Ғайсинға махсус приздар әҙерләгән. Лауреаттар – Үзбәк мәктәбенән Ильяс Рәсүлев, Красноусолдың 2-се мәктәбенән Әлфинә Юлмөхәмәтова менән гимназиянан Диана Рәхимоваға үҙ премияларын тапшырҙы һәм һәр бүләкләнеүсегә автографлы китаптарын бүләк итте.

Йәш ижадсыларҙың шиғырҙары һутлы һәм матур, эстәлеге бай булыуы менән һөйөндөрә. Балалар әҫәрҙәрендә ихласлыҡ, ябайлыҡ, тормош күренештәрендәге бар матурлыҡ сағылыш тапҡан. Бәйгелә төрлө темалар айырым билдәләнеп, уҡыусыларҙың эштәре номинациялар буйынса баһаланды. “Юмор хисе” - Эдуард Шәрипов (КБГИ), “Журналист” - Айназ Мәхийәнов (КБГИ), “Башҡортостанға мәҙхиә” - Розалия Сөләймәнова (Яңғыҙҡайын), “Һәр нәмәлә шиғыр ята” (М.Кәримдең тыуыуына – 100 йыл) – Данил Сафин, Алтынай Ҡунафина (КБГИ),”Иң йәш ижадсы” – Кристина Ишмөхәмәтова (Яугилде), Айгиз Вәлишин (КБГИ), “Тәбиғәттең һәр миҙгеле аҫыл” – Баязит Рәхмәтуллин (Еҙем-Ҡаран), Булат Шәйәхмәтов (Красноусолдың 2-се мәктәбе), Нуралия Хужиәхмәтова (Ҡауарҙы), Әлиә Әмирова (Яңғыҙҡайын), “Ғаиләм – ҡәлғәм” - Азалия Әсәнова (КБГИ), Руслана Тоҡомбәтова (Бурлы), Гөлйәр Кәримова (КБГИ), “Тәбиғәт биҙәктәре” – Арыҫлан Кәлимуллин (КБГИ), Азалия Вәлиева, Наҙгөл Рәхимова (Сәйетбаба), ”Әсәйем бергенәм” – Элина Зәйнетдинова (Табын), Вилдан Аҡунаев (Бурлы), Алина Латипова (1-се мәктәп), “Бер телдән дә телем кәм түгел” – Айназ Шаһиев, Гәүһәр Фәтҡотдинова (КБГИ), “Ҡаурый ҡәләм” – Сулпан Кәлимуллина (КБГИ), “Өмөт” - Таңсулпан Фәхретдинова (КБГИ), “Иң оҫта әкиәтсе” – Алина Ғәйнуллина (Үзбәк), Булат Мусин һәм Сафия Ғәлиәхмәтова (2-се мәктәп), “Тос фекер” номинацияһында Юлай Ғилманов (Аҡкүл) Дип-ломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр алып шатланды. Еңеүселәргә бүләктәрҙе район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Фаил Һиҙиәт улы Зәйнетдинов, Ғафури ра-йон мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, “Табын” гәзитенең баш мөхәррире Гөлдәр Барый ҡыҙы Кинйәбаева, гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова, район “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова, район матбуғаты ветераны Мәрхәбә Мырҙаян ҡыҙы Собханғолова, район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Әлфиә Әхмәтша ҡыҙы Шаһиева һәм башҡа күренекле кешеләрҙең тапшырыуы ҙур мәртәбә булды.

Байрамда республика матбуғат вәкилдәренең ҡатнашыуы ла был сараның мәртәбәһен күтәрә. Быйыл абруйлы ҡунаҡ - "Аманат" журналының бүлек мөхәррире Зөбәржәт Яҡупова ҡатнашып, ул үҙҙәренең номинацияһына лайыҡ булған гимназия уҡыусыһы Сыңғыҙ Кинйәбулатовҡа иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә һалған тырыш-лыҡтары өсөн “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы райондың өс педагогын – Красноусол башҡорт гимназияһынан тәрбиәсе Саимә Игелекованы, башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлшат Вәлиеваны, Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Юлиә Шәйәхмәтованы Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.

Еңеүсе уҡыусы-ларҙы әҙерләгән Эльвера Ҡунафина, Венера Ғәлиуллина, Миләүшә Рәхимова, Әлфиә Рафиҡоваға, шулай уҡ сараны матур, йыйнаҡ алып барған Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы Лилиә Саттароваға, 8-се класс уҡыусыһы Иршат Дауытовҡа “Табын” гәзитенең мөхәррире Гөлдәр Барый ҡыҙы Кинйәбаева Рәхмәт хаты тапшырып, сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.

Ҡәләм тирбәтеүсе, әҙәби ижадҡа тартылыусы балалар өсөн әҙәби әҫәрҙәр яҙыу оҫталығы буйынса әҙибә фәһемле оҫталыҡ дәресе лә уҙғарҙы. Гимназия залында Г.Яҡупова китаптары буйынса уҡыусыларҙың һүрәттәренән, китаптарынан күргәҙмәләр ҡуйылғайны. Гимназия уҡыусыларының һоҡланғыс йыр һәм бейеүҙәре “Өмөтлө ҡәләм” байрамын тағы ла ба-йытты, онотолмаҫлыҡ йәм өҫтәне.

Йәш ижадсыларыбыҙҙың илһам шишмәләре тағы ла киңерәк юл алып, алға табан урғылды. Ә инде ошо шишмәнең иң татлы һыуын уртлатҡан уҡыусыларға, һәм, әлбиттә, уларҙың күңелендә өмөт, дәрт уятып, тылсымлы шиғыр донъяһына әйҙәүсе яҡташыбыҙ Гөлнур Миҙхәт ҡыҙына, уҡытыусыларға, гимназияға рәхмәт һүҙҙәре йөрәк түрҙәрен биләне.

Рәхмәтебеҙ сикһеҙ

“Өмөтлө ҡәләм - 2019” ижади бәйгеһенең йомғаҡлау сараһында төрлө номинацияла еңеүселәргә бүләктәр алыуға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән район мәғариф бүлегенә (етәксеһе – Р.Ғ.Солтанморатов), Красноусол башҡорт гимназия-интернатына (директоры Г.М.Монасипова), район башҡорттары ҡоролтайына (етәксеһе – Ф.Һ.Зәйнетдинов), район Ағинәйҙәр ойошмаһына (етәксеһе – Р.Ғ.Монасипова), район Сәсәндәр мәктәбенә (етәксеһе – Ф.Ғ.Ҡотлогилдина), Бурлы, Яңғыҙҡайын, Красно-усол ауыл хакимиәттәренә, район матбуғаты ветераны Мәрхәбә Собханғоловаға, эшҡыуарҙар: Гөлшат Ҡаҙаҡҡолова, Ханнан Ишмырҙин, Зәлиә Фәйзуллина, Илиза Солтанморатова, Ильяс Садыҡов, Светлана Шәрипова, Марат Юнысов, Зилә Диченская, Аревиг Мусаханянға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.



Читайте нас: