Телестудияға килешле исем дә бирелгән бит әле – “Нөктә ТV”! Тимәк, балалар, эште аҙағына, нөктәгә тиклем еткерергә, аҙаҡтан шул эштәрен башҡаларға күрһәтер кимәлгә еткерергә тейештәр. Уҡыусылар "Тамыр" телеканалындағы интенсив тренингта алған тәьҫораттары менән уртаҡлаштылар, үтә лә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы эш төрөнөң оҫталыҡтарына төшөндөргән етәкселәренә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙеләр. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусылары ла килгән ине байрамға. Уларҙың етәкселәре Светлана Ивановна Тимерғәлиева байрамдың матур үтеүенә, балаларҙың берҙәмлегенә һоҡланыуын, бер аҙ ғына хатта көнләшеп ҡарауын йәшермәне. "Гимназияғыҙҙағы һәр бер баланы бөгөндән сюжетҡа алырға була - шул хәтлем матур, килешле кейенеп йөрөйҙәр, ипле һәм тотанаҡлылар. Һеҙҙә телестудия асылыу менән һеҙ бәхетле, беҙ әлегә хыялланабыҙ ғына. Һеҙгә уңыштар, матур сюжеттар теләйем", - тип күңелдәрҙе үҫтерҙе ул.
“Ни өсөн тап телестудия?” – тип һорарҙар ҡайһы берәүҙәр. Һәләтле балалар йыйылған мәктәптә уҡыусыларҙың талантын асыу бу-йынса төрлө йүнәлешле эштәр алып барыла, әммә бөгөнгә мәктәп яңы технологиялар менән эшләп өйрәнеү маҡсатын ҡуя һәм тап телестудия ҡуйылған бурыстарға өлгәшеү өсөн бик ҡулай. Тағы ла бер сәбәп: телетапшырыуҙы меңләгән кеше күрә, баһалай, тимәк, һәр мәлде тотоп алырға һәм үҙ күҙең менән күргән ваҡиғаны дуҫтарыңа, таныштарыңа түкмәй-сәсмәй еткерергә тырышлыҡ һалаһың, шулай уҡ һәр яңғыраған һүҙгә иғтибарлы ла булырға тейешһең - мәғлүмәтте лә бик етеҙ һәм дөрөҫ еткерергә кәрәк бит.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында аяҡ нығытҡан “Тамыр” телетапшырыуҙар студияһы үҙҙәренә һәләтле профессионалдар йыйыу маҡсатында “Тамыр селтәре” проектын йәйелдереп ебәргәйне, ошо проектҡа беҙҙең белем усағы ла эләгеп, июнь һәм август айҙарында гимназияның бер төркөм уҡыусылары баш ҡаланың телевизион үҙәгенә барып, үҙҙәрен режиссер, оператор, сценарист, редактор, монтажлаусы, тәнҡитсе һөнәрҙәрендә һынап өлгөрҙөләр ҙә инде. Был һөнәр кешеләренә ҡарата ниндәй талаптар ҡуйылғанлығын да баштарына һеңдерҙе улар. Интенсив тренинг курстарында ҡатнашыу уларҙа үҙҙәрендә ижади һәләттәрен, зирәклек һәм отҡорлоҡ кеүек сифаттарын һынап ҡарауҙа ҙур этәргес булды, әлбиттә. Уҡыу өсөн сертификаттар алыу ышаныстары арттырҙы ғына. Шуның өсөн проект сиктәрендә республикала тәү асылған мәктәп телестудияһын асырға “Тамыр селтәре” проектының етәксеһе, режиссер Әҙилә Фәнил ҡыҙы Һунарғолова үҙе килде.
“Нөктә ТV” телестудияһы өҫтәмә белем биреү сәғәттәре сиктәрендә алып барыласаҡ һәм уны тәрбиәсе Лариса Ғаяз ҡыҙы Рәхимова етәкләйәсәк. Телестудия өсөн заманса фотоаппарат, штатив, микрофондар алынған, уларҙы Арыҫлан Ҡоҙайғолов менән Булат Буранов оҫта файҙалана. Ике мөләйем алып барыусы Алһыу Ғәлимова менән Айназ Мәхийәнов тәүге тапшырыуҙарҙа ҡатнашыу бәхетен кисерҙеләр ҙә инде. Әйткәндәй, “Нөктә ТV” телестудияһының ике эше – Үтәк ауылында Хәбибназар Үтәкигә таҡтаташ асыу тантанаһында һәм "Танышайыҡ-дуҫлашайыҡ" байрамында төшөргән сюжеттар республика кимәлендә “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында еңеп сыҡты.
“Нөктә ТV” телестудияһы – бик күп уҡыусыларҙың һәләттәрен асыусы майҙансыҡ булырына ышанысыбыҙ бик ҙур. Беҙҙең гимназия ерлегендә "тамыр"ланып үҫеп кит!
Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры.