-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2019, 11:38

Районға эшсе ҡулдар кәрәк!

2019 йылдың 1 июленә районыбыҙҙа теркәлгән эшһеҙлек кимәле иҡтисади йәһәттән әүҙем халыҡ күләменең 1,02 процентын (16345 кешегә 166 кеше) тәшкил итте. Был хаҡта район хакимиәте башлығы уҙғарған оператив кәңәшмәләрҙең береһендә район Халыҡ мәшғүллеге үҙәге начальнигы М. Сабитов мәғлүмәт биргәйне. Тап ошолар, 2019 йылдың тәүге ярты йыллығында үҙәк эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре хаҡында Марс Хәмзә улы улы САБИТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

-Ағымдағы йылдың 6 айын-да Мәшғүллек үҙәгенә эш эҙләп 510 граждан мөрәжәғәт итеп, 438-е эшкә урынлаштырылды, шуларҙың 230-ы даими эшкә, шул иҫәптән 12 инвалид. Бөгөн эш эҙләүселәр һаны - 171 кеше, 169 кеше иҫәптә тора, шул иҫәптән 5 инвалид һәм 57 граждан пенсия алды йәшендәгеләр. 59 кеше (планға ҡарата 77 кеше) йәмәғәт эштәренә йәлеп ителде, - тине М.Сабитов үҙе етәкләгән учреждение эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре йомғаҡтарын барлап. – Район хакимиәтенең финанс ярҙамы менән 14-тән 18 йәшкә тиклемге бәлиғ булмаған граждандарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса эш уңышлы алып барылды.

Планға һәм бүленгән аҡсаға ярашлы, 37 граждан уҡытылды, 15 граждан уҡыуын дауам итә, йәнә 15 кешене (ҡарауылсы) уҡытыу планлаштырылды – 69 кешене йыллыҡ уҡытыуға аҡса бүленде (нигеҙҙә хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән файҙаланылған ашнаҡсы, парикмахер, ҡарауылсы кеүек һөнәрҙәр).

Ағымдағы йылда эшҡыуар Н.Фомина бер инвалидҡа хеҙмәт урыны булдырҙы, 75600 һумлыҡ финанс ярҙамы күрһәтелде. Шулай уҡ бер эшһеҙ гражданға үҙ эшен асыу өсөн 96000 һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамы бирелде.

- Марс Хәмзә улы, һеҙгә эш табыуҙа ярҙам һорап ирҙәр күберәк мөрәжәғәт итәме, әллә ҡатын-ҡыҙҙармы?

- Мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә тороусыларҙың 53 процентын - ирҙәр, 47 процентын ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә. Әгәр ҙә белем кимәле буйынса ҡарағанда, улар араһындағы эшһеҙҙәрҙең 15 проценты – юғары, 66 проценты - урта һөнәри, 19 проценты урта һәм урта дөйөм белемгә эйә.

- Билдәле булыуынса, 2019 йылдың ғинуарынан пенсия реформаһы ғәмәлгә инеп, уға ярашлы, пенсия алды йәше тигән яңы термин барлыҡҡа килде. Һеҙҙең йүнәлеш буйынса бындай граждандарға ниндәй ярҙам саралары ҡаралған?

- Пенсия алды йәшендәге тип ҡартлыҡ буйынса, шул иҫәптән алдан билдәләнгән страховка пенсияһын алыуға хоҡуҡ биргәнгә тиклем ҡалған биш йыл пенсия алды йәшендәге гражданин атала.

Ғәмәлдәге реформаға ярашлы, Хеҙмәт министрлығы тарафынан был категория граждандарға хеҙмәт баҙарында ярҙам бу-йынса махсус программалар әҙерләнде. Шуларҙың береһе – эшһеҙлек буйынса 11280 һум күләмендә пособие түләү, уны пенсия алды йәшендәге кеше эшһеҙ тип табылғандан алып 12 ай арауығында алыу мөмкинлеге бар. Ошонан сығып, һуңғы 12 айҙа түләүле эш осоро эшһеҙлек башланыуы менән бәйле 26 эш аҙнаһынан кәм булырға тейеш түгел.

Шуны билдәләргә кәрәк, 2019 йылда иҫәпкә ҡуйыу сроктары үҙгәрҙе: оҙаҡ эшләмәгән граждандар иҫәптә 3 айғаса тора; төрлө сәбәптәр менән эштән китеүселәр һәм пособие алыу-сылар 6 айға тиклем иҫәпкә ҡуйыла; пенсия алды йәшендәге пособие алыусы граждандар - 12 айға, ә был категорияға ҡараған оҙаҡ эшләмәүселәр 3 айға тик-лем иҫәпкә ҡуйыла.

Сираттағы программа – юридик шәхестәргә, шәхси эшҡыуарҙарға, дәүләт (муниципаль) учреждениеларындағыларҙан тыш Башҡортостан Республикаһы бюджетынан хеҙмәт килешеүендә торған пенсия алды йәшендәгеләргә уҡытыу һәм өҫтәлмә һөнәри белем биреүҙе ойоштороу өсөн субсидиялар биреү. Был прог-рамма буйынса бер кешегә 68500 һум күләмендә аҡса бүлеү ҡаралған. Эш биреүсе үҙе уҡытыу үҙәктәрен һайлай һәм килешеү төҙөшә, ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа алда билдәләнгән сумманан артыҡ булмаған был сығымдарҙы компенсациялайбыҙ.

Шуны билдәләп үтәм, был программа милектең бөтөн төрөндәге предприятиелар араһында ла, дәүләт (муниципаль) учреждениеларынан, автономлы коммерция булмаған ойошмаларҙан тыш, таратыла.

Реформа ғәмәлгә инеү менән Мәшғүллек үҙәктәренә пенсия алды йәшендәге граждандарҙың күпләп мөрәжәғәт итеүе көтөлгәйне, әммә ошо ваҡыт арауығында ни бары 59 кеше генә мөрәжәғәт итте. Әлеге мәлгә шуларҙың береһе генә пенсияға сыҡты, бер кеше Халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша һөнәр алып, эшкә урынлашты.

-Дәүләт яғынан инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуға ҙур иғтибар бирелеүе йүнәлештәрҙең береһе булып тора.Районда был тәңгәлдә эштәр нисек тора?

-Билдәле булыуынса, ғинуарҙан эш биреүселәргә ҡарата был категория граждандар буйынса ҡануниәт ҡатыланды, уларҙы эшкә урынлаштырыу буйынса план күрһәткестәре лә артты. Ағымдағы йылда район кимәлендә инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу планы 19 кешене тәшкил итте, уҙған йылдарҙа был күрһәткес уртаса 4-10 кеше ине. Шул фактты иҫәпкә алырға кәрәк, инвалидтарҙың барыһы ла эшләргә теләмәй, әммә араларында теләге булғандар ҙа бар (бөгөн улар – 15). Беҙҙең районда инвалидтар йәмғиәте юҡ, был мәсьәләне хәл иткәндә, бәлки, ярҙамы тейер ине.

- Эшсе һөнәрҙәренең етешмәүе һәм ҙур һорау менән файҙаланылған был һөнәр кешеләренең ҡартайыуы темаһы мөһим урынды алып тора. Был заманса тенденция-лар районыбыҙҙың хеҙмәт баҙарында һиҙеләме?

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн районыбыҙ предприятиелары һәр ваҡыт кәрәкле тракторсы, водитель, иретеп йәбештереүсе һәм башҡа һөнәрҙәргә ҡытлыҡ кисерә.

Миңә йыш ҡына етәкселәр теге йәки был һөнәрҙәр буйынса эшселәр һорап мөрәжәғәт итә. Әлбиттә, беҙ был мәсьәләләрҙе ҡулдан килгәнсә оператив рәүештә хәл итергә тырышабыҙ, әммә ҡай саҡ уларҙың үтенесен кире ҡағырға ла тура килә – беҙ уларға ярҙам итергә теләмәгәнгә түгел, ә иҫәптә торған бындай һөнәр эйәләре юҡ йәки йәше бу-йынса тап килмәй - пенсия алды йәшендәләр, ә бар икән (бик һирәк) – әйтәйек, автобус водителен 12 мең һум (МРОТ) эш хаҡы ҡәнәғәтләндермәй. Тракторсы һәм иретеп йәбештереүселәр менән дә шундай уҡ хәл, беҙҙең колледж йыл һайын 20-30-лап ошондай һөнәр кешеләрен уҡытып сығара. Был егеттәр армияға китә һәм, хеҙмәт итеп ҡайтҡас, нигеҙҙә ҡалаға йәки башҡа төбәктәргә сығып китә.

- Бөгөн районыбыҙҙың хеҙмәт баҙарында водитель менән бер рәттән тағы ла ниндәй һөнәрҙәр ҙур һорау менән файҙаланыла?

- Был, әлбиттә, эшсе һөнәрҙәре: ашнаҡсы, парикмахер, ҡарауылсы, водитель, газоэлектросварщик, бульдозер машинисы, экскаваторсы, киң профилле механизатор, слесарь-сантехник, электр ҡорамалдарҙы ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү электромонтёры, официант, һатыусы.

Хеҙмәткәрҙәр араһында страховка агенттарына, почтальондарға, табиптарға, шәфҡәт туташтарына, фельдшерҙарға, инженер-сметасыларға, полицейскийҙарға, МФЦ белгестәренә, мәҙәниәт белгестәренә эшкә урынлашыу өсөн мөмкинлектәр бар.

- Киреһенсә лә килеп сыға – ҡайһы бер белгестәр артығы менән етә. Беҙҙең районда ниндәй һөнәр эйәләренә эш табыуы ауыр?

- Ҡаҙанлыҡ операторҙарына, электрон хисаплау машинаһы операторҙарына, ҡарауылсы, шулай уҡ администратор, бухгалтер, секретарь, иҡтисадсы, юристконсульттарға.

- Марс Хәмзә улы, фәһемле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт.


Читайте нас: