+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2019, 11:17

Республиканың йөҙөк ҡашы

Республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең йөҙөк ҡашы булған “Красноусол” шифаханаһы үҙенең 95 йыллыҡ олпат юбилейын билдәләне. Күп кенә алтын миҙалдар менән бүләкләнеп, Рәсәйҙең ҡабатланмаҫ бальнеологик шифаханаһы булып танылыу алған шифахана бай тарихҡа эйә. Тантаналы кисә барышында уның үткәненә, бөгөнгөһөнә байҡау яһалды.

Ошо йылдар арауығында “Красноусол” шифаханаһы дауалау һәм хеҙмәтләндереүҙең юғары кимәлдә булыуы менән донъя күләмендә танылыу яулаған шифаханаларҙың береһенә әүерелде. Йылдың-йылы шифахана Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә ҡатнашып, алтын миҙалдарға лайыҡ була килә. Юбилей алдынан ул республика шифаханалары араһында тәүгеләрҙән РФ шифахана-курорт ойошмаларының юғары сифатлы “Премиум” класлы милли системаһы сертификатына эйә булды.

“Красноусол” шифаханаһының тарихы үткән быуат баштарына барып тоташа. Бынан бер быуат элек бәләкәй генә ике-өс ағас бинанан торған сәләмәтләндереү үҙәге бөгөн танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Әле бында 525 урынға иҫәпләнгән 10 корпус бар. Йылдың-йылы шифаханала республиканан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, яҡын сит илдәрҙән 20 меңдән ашыу кеше ял итә, сәләмәтлеген нығыта. Республиканың башҡа шифаханаларынан иң ҙур майҙанды биләүе менән айырыла ул. Көгөш йылғаһына төрлө составлы 200-ҙән ашыу минераль сығанаҡтар ағып төшә, дауалауҙа шуның дүртәүһе генә ҡулланыла. Бер ял итеүсегә көнөнә уртаса 200 литр минераль һыу, 60 килограмм шифалы ләм файҙаланыла.

Сара башланыр алдынан “Шифаханала дауалауҙың актуаль мәсьәләләре” тигән фәнни-ғәмәли конференция һәм “Флагман” күп функциялы бизнес-үҙәген асыу тантанаһы булды. Үҙәк шифахана базаһында республика һәм федераль кимәлдәге төрлө конференция-форумдар үткәреү мөмкинлеге бирәсәк.

Шифахананың 95 йыллығына арналған тантаналы сара Ял үҙәгенең тамаша залында үтте. Алып барыусылар – БСТ каналы дикторы Ғәлиә Вахитова менән М.Ғафури исемендәге драма театры актеры Фирғәт Ғарипов шифахана тарихы менән таныштырҙы. Уларҙың сығыштары сәхнәләге экранда шифахананың үҫеш тарихы, һуңғы йылдарҙағы һәм бөгөнгө ҡаҙаныштары сағылдырылған видео һәм фотоматериалдар менән үрелеп барҙы.

Шифахана коллективының юбилей шатлығын уртаҡлашырға төрлө тарафтарҙан бик күп мәртәбәле ҡунаҡтар килде. Улар иҫәбендә Милли курорттар ассоциацияһы президенты, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы, профессор А.Н.Разумов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, депутат Р.Р.Ишмөхәмәтов, Ғафури район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов, район Советы рәйесе З.М.Хафизов, БР Һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа министрлыҡтар вәкилдәре, Мәскәү, Ырымбур, Ҡаҙағстан, Татарстандан, предприятиелар, ойошмалар, республика һәм Рәсәй шифаханалары, туристик компаниялар директорҙары, ғалимдар, дин әһелдәре бар ине.

Тәүге һүҙ “Красноусол” шифаханаһы директоры – РФ-ның атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы Фаяз Харис улы Мәжитовҡа бирелде.

-95 йыллыҡ юбилей – ул тулҡынландырғыс оло байрам да, шул уҡ ваҡытта коллективтың туғыҙ тиҫтәнән ашыу йыллыҡ эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһау ҙа булып тора. 1924 йылда барлыҡҡа килгән шифахана үҫештең бер нисә этабын үтте. Тәүгеһе - 60-сы йылдарҙа шифахана бер нисә ағас корпустан торҙо. Икенсе этап 1963 йылдан башланып, капиталь төҙөлөш осоро - ағас биналарҙы кирбестән төҙөүгә мөмкинлек бирҙе. Республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында Дек-ларация ҡабул итеүе Башҡортостан шифаханалары үҫешенә ҙур этәргес булды. 1996 йылдан беҙҙең шифахана яңы этапҡа аяҡ баҫты, - тине Фаяз Харис улы шифахананың үткәненә һәм бөгөнгөһөнә байҡау яһап. Етәксе шифахананың ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеүенә, юғары бейеклектәргә күтәрелеүенә үҙ өлөшөн индергән берҙәм, тырыш, үҙ эшенең оҫталарына әүерелгән коллективҡа, ветерандарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов Республика Башлығы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай исеменән шифахана коллективына юбилей уңайынан тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе, һәм шифахана хеҙмәткәрҙәренән: табип-гирудотерапевт С.Х.Ишмөхәмәтоваға, терапия бүлексәһенең ауырыуҙарҙы хеҙмәтләндереү буйынса кесе шәфҡәт туташтары Л.Т.Григорьеваға, З.М.Йомағоловаға БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе К.П.Толкачев ҡултамғаһы менән Маҡтау грамоталары, кадрҙар бүлегенең әйҙәүсе белгесе Г.Т.Юлмөхәмәтоваға, Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса белгес С.Н.Коноваловҡа, автомобиль водителе К.Н.Кузьминға, столяр Т.Р.Батыршинға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Алып барыусылар шулай уҡ БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы, медицина фәндәре докторы М.В.Забелиндың Ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. Шифахананың ҡаҙанлыҡ хужалығы начальнигы И.Х.Иҙрисов, физкультура-спорт инс-трукторы А.Ғ.Килмөхәмәтов, бухгалтер З.Р.Хәбибуллина, терапия бүлегенең кесе шәфҡәт туташы Т.Д.Сыртланова БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

“Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәләренә фельдшер-лаборант А.Ф.Латипова, палата шәфҡәт туташы Л.Ғ.Ҡалмырҙина, шәфҡәт туташы Ф.С.Шакирова лайыҡ булды.

БР ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Рөстәм Хәмзә улы Ғиззәтуллин министрлыҡ исеменән шифахана коллективын ҡотланы һәм бер төркөм хеҙмәткәрҙәрҙе Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.

Милли шифаханалар ассоциацияһы президенты, Александр Николаевич Разумов та юбилейға буш ҡул менән килмәгән, ул да ихлас ҡотлауҙарын еткерҙе һәм шифахана-курорт үҫешенә шәхси өлөшөн индергәне өсөн “Красноусол” шифаханаһы директоры Фаяз Мәжитовҡа 65 йәше, шифахананың 95 йыллығы уңайынан РФ Дәүләт Думаһы рәйесе О.Тимофееваның Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов үҙ сығышында “Красноусол” шифаханаһының райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индереүен, 650-нән ашыу кешенән торған ҙур, берҙәм хеҙмәт коллективы тәбиғәт биргән уникаль мөмкинлектәрҙе кешеләрҙе сәләмәтләндереүгә йүнәлтеүен билдәләне. Ул бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Уға район Советы рәйесе Зөфәр Мәғәсүм улы Хафизов та ҡушылды. Йәнә бер төркөм хеҙмәткәрҙәр рәйес ҡулынан Маҡтау ҡағыҙҙары алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.

Шифаханала бер ял иткән кеше, ғәҙәттә, тап бында килергә тырыша. Хатта йыл да килеүселәр бар. Шундай кешеләрҙең береһе – Стәрлетамаҡ ҡалаһының элекке башлығы, хәҙер хаҡлы ялдағы Спартак Ғәли улы Әхмәтовҡа ла һүҙ бирелде. Ул үҙенең ҡала менән етәкселек итеү йылдарында бер нисә эре предприятие көсө менән 7-се корпусты төҙөүҙәре хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Спартак Әхмәтов ял итергә, сәләмәтлеген нығытырға башҡа бер урынға ла түгел, бары тик “Красноусол” шифаханаһына ғына килеүен билдәләп үтте. Уға “Шифахананың почетлы ҡунағы” исеме бирелде. Тағы ла бер ҡунаҡ: 2000 йылдарҙа БР Президенты хакимиәте етәксеһе булып эшләгән И.Ә.Ғәбитовҡа “Шифахана үҫеше өсөн” бүләге тапшырылды.

Республикабыҙҙың “Аҡбуҙат”, “Урал”, Красноусол балалар шифаханалары, “Ассы”, “Йәшел сауҡалыҡ”, “Йәйғор”, “Салют” санатор-һауыҡтырыу лагеры, “Танып”, “Йоматау”, “Яҡтыкүл”, “Янғантау” шифаханалары директорҙары, баш табиптары ла бүләктәр тапшырҙы. Мәртәбәле ҡунаҡ - Рәсәй Мосолмандары Үҙәк Диниә назараты вәкиле Рөстәм хәҙрәт Әбүшахминға һүҙ бирелеп, ул юбилей айҡанлы изге теләктәрен еткерҙе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе, шифаханаға инселәнгән бүләген тапшырҙы. Сәхнә түренә шифахананың хөрмәтле, даими ҡунаҡтары – йыл да ял итергә килеүсе Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһынан Бижан һәм Әлиә Ҡолмәғәмбәтовтар ғаиләһе саҡырылды. Улар оло рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙеләр һәм шифахана директоры Фаяз Мәжитовты Ҡаҙағстан Мәҙәниәт министрлығының ҡаҙаҡ батыры исемендәге юбилей миҙалы менән бүләкләнеләр һәм йола буйынса ҡаҙаҡтарҙың милли өҫ һәм баш кейемен кейҙерҙеләр. Ҡыҙҙары, халыҡ-ара, рес-публика конкурстары лауреаты Ғәзизә фортепианола көйҙәр уйнап ишеттерҙе.

95 йыллыҡ юбилей сараһы йыр-моңға, дәртле бейеүҙәргә бик бай булды. Һәүәҫкәр артистар тарафынан Красноусол шифалы шишмәләренең боронғо легендаһы бейеүҙәр аша һүрәтләнеп, тамашасылар хөкөмөнә сығарылды. Шифахананың “Шифа” халыҡ фольклор-эстрада ансамбле, “Красноусол” халыҡ бейеүҙәре, Красноусол башҡорт гимназия-интернатының “Быҙыбыт” өлгөлө бейеү ансамблдәре сығыштары, Рәмил Ҡотдосовтың аһәңле ҡурай моңдары, ижади конкурс еңеүсеһе автор-башҡарыусы Наталья Светлованың йыры байрамға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне. Илебеҙҙең иң яҡшы шифаханаһы булып танылыу яулаған “Красноусол” шифаханаһы үҙенең данлы юбилейын лайыҡлы билдәләне.


Читайте нас: