+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2019, 11:36

Рухи хазиналарҙы һаҡлайбыҙ

Күптән түгел Мәндем ауылы ағинәйҙәре Сибай ҡалаһында уҙған 7-се төбәк-ара мөнәжәтселәр бәйгеһендә ҡатнашып ҡайтты. Ошоға тиклем был бәйгелә Сәйетбаба ағинәйҙәре уңышлы ғына сығыш яһаған.

Мәндем ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Фәниә Йәнмырҙина әйтеүенсә, бәйгегә республиканан ғына түгел, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск, Арғаяш ҡалаларынан да мөнәжәтселәр килгән. 250-гә яҡын ҡатнашыусы 3 номинацияла – Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә Мәүлит Ямалетдиновтың шиғри аңлатмаларын, мөнәжәт һәм нәсихәт башҡарыу оҫталығын күрһәткән.

Мәндем ағинәйҙәре Фәүзиә Ҡотлогилдинаның яңы сыҡҡан китабына ингән “Ҡөрьән” мөнәжәте һәм “Хәмер - дошман” нәсихәте менән сығыш яһаған. Бәйге алдынан ғына матур күлдәк-камзулдар тектергәндәр, һаҡалдар һатып алғандар.

-Коллектив башҡарыусылар араһында нәсихәт номинацияһында беренсе урын алыуыбыҙға шатбыҙ. Бәйгегә барыуға ярҙам күрһәткән район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа, уның урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтоваға, мәктәп автобусы менән барып-ҡайтыу мөмкинлеге биргән мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатовҡа, бәйгегә барырға дәртләндергән район Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасиповаға рәхмәтлебеҙ. Бар эштәрҙе башлап йөрөүсе, йолаларыбыҙҙы тергеҙеүҙә, халыҡҡа еткереүҙә ихлас эштәре өсөн ауылым ағинәйҙәренә лә рәхмәтем ҙур, - ти Фәниә Сәйетгәрәй ҡыҙы. Улар бәйгенән тағы ла яҡшыраҡ эшләргә дәртләнеп, яңы уй-маҡсаттар менән ҡанатланып ҡайтҡан. Эштәрегеҙ уң булһын тип теләргә генә ҡала Мәндем ағинәйҙәренә.


Читайте нас: