Республика һанлы тапшырыуға күсеүгә әҙер. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡушыуы буйынса быйыл ғинуарҙан әҙ тәьмин ителгән граждандарға дәүләт ярҙамы саралары күрһәтелә. Бөгөнгө көнгә бындай ярҙамды 7 мең граждан алған. Башҡортостан – һанлы тапшырыу зонаһынан ситтә ҡалған әҙ тәьмин ителгән категория граждандарға спутник ҡорамалдарын урынлаштырыу һәм көйләүҙе башынан аҙағынаса эшләп биреүсе берҙән-бер төбәк.
Өлкәндәргә, ауырлыҡ менән йөрөгән граждандарға ҡорамалды көйләп биреүҙә ирекмәндәр ҙә ныҡлы ярҙам күрһәтә. Әлеге мәлгә 30 меңдән ашыу заявка ҡаралған. Бынан тыш аналогты туҡтатыуҙың 4-се тулҡынына ингән төбәктәр араһында республикала иң күп – 3600-ҙән ашыу ирекмән ҡатнаша.
Халыҡҡа консультация биреү буйынса РТРС федераль операторының 8-800-220-20-02 “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонынан тыш төбәк линияһы эшләй: 8-800-347-00-55. Уларға шылтыратып дәүләт ярҙамы тураһында консультация, ҡорамалды көйләүҙә ярҙам алырға мөмкин.
Төбәк каналдарын, шул иҫәптән БСТ-ны аналог режимында тотоп буласаҡ. БСТ-ны ҡабул итеп булһын өсөн универсаль антенна ҡуйырға, йәиһә дециметрлыны урынлаштырғанда метрлыны һаҡлап ҡалдырырға кәрәк. Метрлы антенна булғанда ике инеү урынлы йәки тармаҡлы приставка кәрәк буласаҡ.