+11 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2019, 13:52

Байрамыбыҙ менән, ауыл ҡыҙҙары!

15 октябрь - Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙы көнө. Ул БМО Генераль Ассамблеяһының 2007 йылдың 18 декабрендә ҡабул ителгән ҡарары нигеҙендә 2008 йылдан алып, быйыл 12-се тапҡыр билдәләнә. Уның маҡсаты – ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының еңелдән булмаған хәленә иғтибарҙы йүнәлтеү, шулай уҡ уларҙың аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт индустрияһына индергән хеҙмәт өлөшөн лайыҡлы баһалау.

Ысынлап та, бөгөнгө көндә ауылда йәшәү – үҙе бер батырлыҡ.
Ҡояшыбыҙ кеүек көләс, Еребеҙ кеүек йомарт, фәрештәләй изге йөрәкле ҡатындар тотоп тора барыбер ҙә ауыл тормошон (ир-егеттәр бер үк үпкәләмәһен). Ауыл ҡатын-ҡыҙы – ул үҙе бер төпһөҙ хазина, бәрәкәт, рух байлығы, йәғни, ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә – ауылдың ҡото улар.
Дөнъя бөгөн данға күмә
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын.
Ир егеттәр бағышлайҙар
Һеҙгә һөйөү йырҙарын!
Бер туҡтамай яңғыраһын
Ҡатын-ҡыҙға дан йыры!
Тик шатланып ғүмер итһен
Ауылдарҙың һәр ҡыҙы!
Читайте нас: