+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2019, 11:27

Һинән яҡын, һинән гүзәлерәк юҡтыр бер ил - шуны беләмен...

11 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы һәм Красноусол ауылы көнө байрам ителде. Был иҫтәлекле көндәргә арналған саралар Красноусолдың үҙәк урамдары буйлап уҙған “Триколор” парады менән башланды.

Һауа торошо боҙолоп, иртә менән быҫҡаҡлап ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, районыбыҙ предприятиелары, ойошма-учреждениелары, ауыл биләмәләре хеҙмәтсәндәре, йәмәғәтселек, уҡыусылар, балалар, ауыл халҡынан торған, Башҡортостан Республикаһы флагы һәм дәүләт символикаһы төҫтәрендәге һауа шарҙары тотҡан колонна Красноусолдың Ҡыҙыл партизан (КБГИ-нан алып), К.Маркс, Калмыков, Ленин урамдары буйлап үтеп, байрам сараһы үтәсәк ра-

йон хакимиәте алдындағы Мәжит Ғафури майҙанына килде.

Тантаналы митинг башланыуын белгертеп Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндары, район мәҙәниәт һарайы вокал ансамбле башҡарыуында “Башҡортостан – мөғжизәләр иле” йыры яңғыраны.

Алып барыусылар – район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Фәнзил Ғәлин менән Эльвира Насирова күркәм байрам менән ҡотлау өсөн тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтоваға бирҙе.

- Хәйерле көн, хөрмәтле красноусол-дар, байрам ҡунаҡтары! Һеҙҙе район етәксеһе Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов исеменән оло байрам – Республика көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Һеҙгә сәләмәтлек, ғаилә именлеге, республикабыҙ, районыбыҙ үҫешенә өлөш индерерлек яңы ҡаҙаныштар теләйем. Бөгөн Өфөлә Республика көнөнә арналған тантаналы сара үтә һәм районыбыҙ башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов та унда ҡатнаша. Бөгөн шулай уҡ Красноусол ауылы көнөн дә билдәләйбеҙ. Ауылыбыҙҙың данлы тарихы, заманса ҡаҙаныштары менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ һәм уның киләсәге яҡты булырына өмөт бағлайбыҙ. Уның сәскә атыуына өлгәшәйек, һәр бер йортта тыныслыҡ, именлек, изгелек, мөхәббәт тантана итһен. Байрамдар мөбәрәк булһын! – тине Г.З.Байдәүләтова.

Артабан һүҙ Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Дамир Ҡунафинға бирелде.

Митингыла ҡатнашыусыларҙы байрамдар айҡанлы тәбрикләгәндән һуң, Дамир Венер улы алдан иғлан ителгән конкурстарға йомғаҡ яһап, еңеүселәрҙе бүләкләне. Районыбыҙ предприятие һәм учреждениелары араһында “Иң яҡшы йәшелләндерелгән һәм төҙөк биләмә” номинацияһында район ветеринария станцияһы коллективы (етәксеһе – Ф.Һ.Зәйнетдинов) билдәләнде. “Иң матур сәскәлек-2019” номинацияһында биләмәһен өлгөлө тотҡан Красноусолдағы 1-се урта мәктәп коллективы (директор – Г.В.Петрова) еңеүсе тип табылды. Ошо көндәрҙә ғаилә ҡороп йәшәүҙәренең 75 йыллығын – таж туйҙарын билдәләгән Хәфиҙә Сәхәүетдин ҡыҙы менән Вилдан Әйүп улы Шәриповтар “Ғаилә юбилярҙары” номинацияһында билдәләнде. “Иң төҙөк сауҙа нөктәһе” номинацияһына “ШЭ Фоминдар” лайыҡ булды. “Йәш ғаилә” номинацияһында билдәләнгән Дарья менән Дмитрий Вязовцевтар үҙҙәренә тәғәйен бүләктәрен алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. “Красноусол ауылының иң йәш кешеһе” номинацияһында Альбина менән Радик Сабитовтарҙың 4 октябрҙә донъяға ауаз һалған улдары Радмир бүләкләнде. Был көндө шулай уҡ бағыусылар ҙа күҙ уңынан ысҡындырылманы. Шәхси эшҡыуарҙар М.М.Хәйруллин, Д.Д.Шәрипов, А.М.Наталенко Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Сара ҡунаҡтары – Красноусолдың Почетлы граждандары К.Ә.Баймөхәмәтов, Л.В.Воронова, М.А.Жигайло, З.М.Зыязетдинова, Н.А.Ипатов, С.М.Мөхәмәтйәнов, В.Ф.Сафаров, В.А.Сусловтарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Байрам сараһы район мәҙәниәт һарайы “Быҙыбыт” балаларҙың өлгөлө бейеү ансамбленең бейеүе, “Уҡлыҡая” халыҡ, “Хазина” фольклор ансамблдәренең, “Землячки” халыҡ хорының, Гөлфирә Бәширова, Хызыр Нәзиров, Рәмил Ғимрани, Фәнзил Ғәлин, Ҡадир Ишбулдиндың йыр-моңдарына, Рәмил Ҡотдосовтың ҡурай моңдарына үрелеп барҙы.

Район хакимиәте алдындағы майҙанда ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолғайны. Унда Красноусол етештереүселәренән тыш, районыбыҙҙың барлыҡ ауыл биләмәләре, белем биреү учреждениелары ҡатнашты. Халыҡҡа нимәләр генә тәҡдим ителмәне бында. Һатыусыларҙы ла, һатып алыусыларҙы ла көнө буйы яуған ямғыр өркөтмәне, һәр кем үҙе теләгән продукцияны һатып алып ҡайта алды.

Ғөмүмән, байрам көн оҙоно дауам итте. “Йәшлек” ял паркында спорт һөйөүселәр етеҙлектә, таһыллыҡта көс һынашты. Кисен иһә барса халыҡты йәнә байрамға саҡырып, район хакимиәте алдындағы майҙандан тирә-яҡҡа дәртле көй-моңдар таралды. Башҡортостандың 100 йыллығы сиктәрендә уҙған байрам саралары күкте ярып һибелгән салют менән тамамланды.


Читайте нас: