+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2019, 11:36

Ислам экстремизмға ҡаршы

Күптән түгел район хакимиәтенең ултырыштар залында дини экстремизмды профилактикалауға арналған семинар үтте.

Унда Башҡортостан Республикаһының террорға ҡаршы комиссия ултырышы протоколын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Өфө ҡалаһынан килгән күсмә лекторҙар төркөмө районыбыҙҙың власть вәкилдәре, төрлө комиссиялар ағзалары, мәктәптәр етәкселеге, мәғариф, мәҙәниәт, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре, дин әһелдәре, башҡа структура һәм ойошмалар вәкилдәре алдында сығыш яһаны. Сараға шулай уҡ күрше Ишембай, Архангел, Ҡырмыҫҡалы райондарынан да вәкилдәр килгәйне.

Сараны асып, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова йыйылыусыларҙы Ғафури районы биләмәһендә дини хәл-торош, экстремизм һәм терроризмды профилактикалау буйынса эште ойоштороу мәсьәләләре менән таныштырҙы.

Артабан һүҙ лекторҙарға бирелеп, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Рухи хәүефһеҙлек һәм дини белем биреүҙе үҫтереү фәнни-тикшеренеү институтының фәнни эш буйынса әйҙәүсе белгесе Айнур Арыҫланов дәүләт етәкселеге инициативаһы буйынса юғары уҡыу йорттары ҡарамағында барлыҡҡа килгән дини хәүефһеҙлек үҙәктәре эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Сарала ҡатнашыусыларҙы БДПУ-ла ойошторолған һөнәри белемде камиллаштырыу тематик курстарына саҡырҙы, Фәнни-тикшеренеү институты ярҙамы менән нәшер ителгән методик әсбаптар менән таныштырҙы. Ул шулай уҡ фәнни берекмәнең экстремизм һәм терроризмды профилактикалау буйынса эш методикаһы һәм практик эшмәкәрлектәре хаҡында һөйләне.

Рәсәй Мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты Рәсәй Ислам университетының өлкән уҡытыусыһы Булат Ғафуров исламдың хаҡ ҡиммәттәрен һәм кире күренештәрҙе бәйән итте, ӨДНТУ-ның “Нефть-газ үҙәге” Консорциумы һөнәри ижад үҙәге директоры Сергей Семенов, иерей, Өфө Епархияһының миссионерлыҡ бүлеге етәксеһе Дионисий Ефимовтың сығыштары ла һәр кем өсөн фәһемле булды. Сығыштарҙың һәр ҡайһыһында экстремизмды профилактикалауҙың төп стратегияһы – белем биреү программалары, фәнни тикшеренеү ярҙамында, мәғариф, иң тәү сиратта йәштәр араһында тормошҡа ашырыу ҡыҙыл еп булып үтте.


Читайте нас: