+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2019, 11:13

Төбәгебеҙгә дан йырланды

Район мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан тантаналы йыйылыш булып үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре ҡатнашты.

Гүзәлдәрҙән-гүзәл, ғәзиздәрҙән-ғәзиз республика-быҙҙың байрамына килеүселәр район мәҙәниәт һарайына кереү менән тынлы оркестр көйө аҫтында фойелағы күргәҙмәләрҙе ҡарап та байрам кәйефе тыуғанын тойғандыр. Бында Яугилде ауылынан Лилиә Миниязованың сәскәләрҙән панно эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе, Тәнзилә Вахитованың буҙаһын тәмләп ҡарау, Е.Тимофееваның керамиканан ҡул эштәре, Аҡкүл ауылынан Нина Матвеева менән Юлия Сергееваның күҙҙең яуын алырлыҡ итеп сигелгән төрлө әйберҙәре, картиналары, Ҡотлоғужа, Игенйылға, Яңғыҙҡайын ауылдары мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең сәй янында үҙҙәре бешергән төрлө тәм-том менән һыйлауҙары, Театр йылы уңайынан күрһәтелгән күргәҙмәләр һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер.

Алып барыусылар байрам тантанаһын асыҡ тип иғлан иткәс, тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа бирелде.

- Ҡәҙерле дуҫтар, саҡырылған ҡунаҡтар! 100 йыл элек Башҡортостан Хөкүмәте менән Үҙәк Совет власы араһында тарихи килешеү төҙөлөп, федератив моделле дәүләт ҡоролошона башланғыс һалынды. Республикабыҙҙың бер быуатлыҡ юлы – бөйөк үҙгәрештәр, бер нисә быуындың хеҙмәт уңыштары, күңел юғарылығы.

29 йыл элек дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителде. Бөтә күп милләтле Башҡортостан халҡы был байрамды республиканың төп дәүләт байрамы тип билдәләй.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы – ул Рәсәй Федерацияһының яңыртылған, заманса, хеҙмәттәшлек һәм инвестицион асыштарға, киләсәккә ышаныслы ҡараған төбәге.

Ғафури районы республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә күп көс һала.

2019 йылды беҙ Табын коррекция мәктәбен (162 урынлыҡ) асыу менән башлап ебәрҙек. Шулай уҡ былтыр Антоновка мәктәбе ҡыйығы ремонтланды (2 млн һумлыҡ), Ибраһим ауылындағы “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһына һыу скважинаһы бырауланды, район мәктәптәренең санузел һәм сантехник ҡорамалдарына (1 млн 300 мең һумлыҡ) ремонт эшләнде. Антоновка ауыл клубының ҡыйығы (487,3 мең һум), Үзбәк мәктәбенең ҡыйығы ремонтланды һәм спорт залында ремонт башланды. “Башҡорт ихаталары” проекты сиктәрендә йорт алдарын комплекслы төҙөкләндереү буйынса район үҙәгенең Соҡор урамы, 2-се, Карл Маркс урамы 2, 3, 4 һәм 5-се йорт ихаталарында (7 млн 972 мең һум) эш тамамлана.

Шулай уҡ быйыл тәүләп күп фатирлы йорттарҙың подъездарын комплекслы ремонтлау эшен башланыҡ. 2024 йылға бөтә подъездарҙы капиталь ремонтлау бурысы ҡуйылған.

Калмыков урамы, 11 һәм Карл Маркс урамындағы 3, 5-се күп фатирлы йорттарҙың ҡыйығы ремонтланды. 2019 йылда 1165 энергия һаҡлаусы яҡтыртыу нөктәләре алыштырылды һәм ҡуйылды. Красноусол ауылы үҙәгендә өс биҫтә төҙөкләндерелә, райондың башҡа тораҡ пункттарында ла йәш ғаиләләр әүҙем төҙөлөш алып бара. Быйыл 1 сентябрҙә льготаға эйә ғаиләләргә бушлай 181 ер участкаһы бүленде.

Юлдарҙы ремонтлау буйынса күп эштәр башҡарылды. Куйбышев, Социалистик һәм Аксаков урамдарында 2,5 километр юлға асфальт һалынды. Район буйынса 26,5 км юлға ҡом-таш һибелде.

Төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирелә. Ғафури районы стелаһы яңыртылды, ауылдарға яңы стелалар ҡуйылды һәм ял итеү урындары була башланы. Урам исемдәре күрһәткестәре, светофор урынлаштырылды. Яңы сауҙа үҙәген төҙөү һәм дөйөм биләмәләрҙе төҙөкләндереү эше дауам итә.

Күптән түгел “Красноусол” шифаханаһы үҙенең 95 йыллығын билдәләне. Беҙҙе шифаханабыҙҙың уңыштары ҡыуандыра һәм үҙебеҙҙең яҡтың бай тәбиғәте ошонда йәшәүселәргә тағы ла ҙурыраҡ файҙа килтереүен теләйбеҙ.

Туризмды үҫтереү буйынса йүнәлешле эшләргә кәрәк, бының өсөн “Еҙем” тәбиғәт паркы булдырылғас яңы мөмкинлектәр ҙә асылды.

Район иҡтисадының һиҙелерлек өлөшөн агросәнәғәт комплексы алып тора. Баҫыуҙарҙа иген культураларын йыйып алыу, ужым сәсеү уңышлы тамамланды. Әле бөтә көс көнбағышты, шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алыуға йүнәлтелә. Бөгөнгө көнгә шәкәр заводына 35 678 тонна “татлы тамыр” оҙатылған.

Уңыш йыйыуҙа “Восход-СТ” (Руслан Бакиров), “Сатурн” КХ-һы (Марат Рәхмәтуллин) һәм КФХ етәксеһе Геннадий Тахтаровтың һәйбәт эштәрен билдәләп үтәм.

Район эшҡыуарҙары ла уңыштары менән шатландыра. Районда 545 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шул иҫәптән 11 бәләкәй, 97 микро, 89 крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, 348 шәхси эшҡыуар иҫәпләнә.

Район мәғариф хеҙмәткәрҙәре лә дөйөм уңышҡа бар көсөн һалып эшләй. Быйыл ике мәктәптә һанлы һәм гуманитар йүнәлештә “Үҫеш нөктәһе” өҫтәмә белем биреү үҙәктәре асылды.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә һәйбәт һөҙөмтәләр күп. 2019 йылда 9 белгес эшкә алынды. Байымбәт һәм Уҫман ауылдарында модулле яңы ФАП-тар килтерелеп, урынлаштырылды.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мөһим үҫеш майҙансығы булып тора.

Юлсылар, энергетиктар, урман хужалығы, газ хеҙмәте эшселәре, элемтәселәр ҙә маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Бик күп иғтибар мәҙәниәткә, йәштәр сәйәсәтенә, үҫеп килеүсе быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә, дөйөм физкультура һәм спортҡа бүленә.

Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына баш эйеп, рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә.

Был байрам көнөндә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйем. Беҙ бергәләп районыбыҙҙы тағы ла матурыраҡ, йәмлерәк, таҙараҡ итә алабыҙ, - тип тамамланы үҙ сығышын Фәнзил Фәйез улы.

Артабан ул райондың бер төркөм алдынғыларына муниципаль район хакимиәтенең һәм район Советының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Шулай уҡ район хакимиәте башлығы призына уҡыусылар араһында иғлан ителгән бизнес-проекттарҙың “Мин – булдыҡлы!” район конкурсы еңеүселәрен бүләкләне. Бына улар: Зарина Үтәгәнова (Ҡарағай мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы), Дарья Жигалова (Красноусолдағы 1-се мәктәп, 7 “В” класс), Илья Павлов (Аҡкүл мәктәбе, 8 “А” класс), Аделина Вафина (Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, 10-сы класс) дәртләндереү призына, конкурс еңеүсеһе Ксения Комлеваға (Красноусолдағы 1-се мәктәптең 7 “В” класс уҡыусыһы) Маҡтау грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Шулай уҡ тантанала район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов Красноусол-да йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 20 китап авторы Вилдан Әйүп улы Шәриповҡа “Райондың Почетлы гражданы” тигән таныҡлыҡ тапшырып, сәскә гөлләмәһе бүләк итте.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе һәм республикалағы ыңғай үҙгәрештәрҙе барланы.

Артабан ул бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталарын һәм район тормошонда үҙҙәренең эштәре менән хөрмәт ҡаҙаныусыларға 100 йыллыҡ юбилей миҙалын тапшырҙы.

Тантаналы сара районыбыҙҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм һәүәҫкәрҙәренең, балалар ижад коллективтарының сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Был көндө тыуған илебеҙ – Башҡортостаныбыҙға, уның гүзәл тәбиғәтенә, киң күңелле халҡына, яғымлы, моңло теленә, һоҡланып бөтә алмаҫлыҡ матурлығына, байлығына дан йырланды.


Читайте нас: