-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2019, 11:30

Ҡағиҙәне йәштән өйрән

Йыл һайын үткәрелеп килгән “Юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары мәктәбе” конкурсы балаларға юл-транспорт хәүефһеҙлеген һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтеүҙе, аңлатыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Түҙемһеҙлек менән көтөп алған был бәйгелә балалар үҙҙәренең юл ҡағиҙәләре буйынса белемдәрен, беренсе ярҙам күрһәтеү нигеҙҙәрен күрһәтеп кенә ҡалмай, белмәгәндәрен өйрәнергә лә мөмкинлек тыуа.

Күптән түгел район мәҙәниәт һарайында Балалар ижады үҙәге ойошторған ошондай конкурста Красноусолдың 1-се, 2-се, 3-сө, Аҡкүл, Яңғыҙҡайын мәктәптәре, башҡорт гимназия-интернаты командалары ҡатнашты. Улар конкурстың төрлө этаптарында юл хәрәкәте талаптары буйынса теоретик белемдәрен, бәләгә тарыусыға беренсе ярҙам күрһәтеү, юлда үҙеңде нисек тотоу кәрәклеген сәхнәлә ижади сығыштар аша күрһәттеләр. Компетентлы жюри - Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ғафури районы буйынса эске эштәр бүлегенең ЮХХДИ начальнигы А.М.Борханов, мәғариф бүлеге методисы О.В.Садиҡова, район хакимиәтенең социаль эштәр буйынса баш белгесе О.Н.Берлина, үҙәк район дауаханаһы табибы Д.Я.Дашкин, Балалар ижады үҙәге директоры И.П.Шаульская командаларҙың көсөн, әҙерлеген етди баһаланы. Бөтә һынауҙарҙы уңышлы үткән Красноусолдағы 3-сө мәктәпкә 1-се урын, башҡорт гимназия-интернаты һәм 1-се мәктәптең бәләкәйҙәр төркөмөнә - 2-се, Красноусолдағы 2-се һәм Аҡкүл мәктәптәренә – 3-сө, Яңғыҙҡайын мәктәбе командаһына 4-се урын бирелде. Район хакимиәтенең йәштәр, социаль сәйәсәт, физик культура һәм спорт бүлеге секторы, еңеүселәрҙе ҡотлап, бөтә ҡатнашыусыларға уңыштар теләп иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Конкурс һуңында һәр кем Балалар ижады үҙәге һәм Красноусолдың 2-се мәктәбе уҡыусыларының хорын (етәкселәре Ә.Р.Насирова), “Esperanto”, “Альянс” хорео-графия коллективтарының (А.М.Фәйзуллина, С.В.Бакаева) музыкаль сығыштарын яратып ҡараны һәм сара бөтә командалар ҡатнашлығындағы флешмоб менән тамамланды. Файҙалы сараны ойоштороусы-педагог И.А.Васильева менән методист Ә.Р.Насирова күңелле һәм йәнле итеп алып барҙы.


Читайте нас: