+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2019, 11:44

«Ал таҫма» акцияһы бара

Октябрь Бөтә донъя түш яман шешенә ҡаршы көрәш айы тип иғлан ителде. Тап ошо сир ҡатын-ҡыҙҙарҙа иң йыш осрай. Һәйбәт яңылыҡ та бар: уны дауалап була. Бары дауаланыуҙы ваҡытында башларға кәрәк.

Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың бушлай маммография үтеү һәм онколог менән кәңәшләшеү мөмкинлеге бар. 19, 26 октябрҙә һәм 2 ноябрҙә «Алһыу таҫма» акцияһы барышында республика онкология диспансерында ҡабул итеүҙәр ойошторола.

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, маммологка урындағы поликлиникаларҙың онкологтары аша, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Октябрьский, Бәләбәй, Күмертау, Сибай, Белорет, Бөрө ҡалаларында, Дыуан районының Мәсәғүт ауылында Муниципаль-ара медицина онкология үҙәктәрендә һәм Онкология амбулатор ярҙамы үҙәктәрендә яҙылырға мөмкин.

Ғафуриҙар иғтибарына шуны еткерге килә: "Алһыу таҫма" акцияһы сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһы биләмәһендә шишәмбе һәм кесе йома көндәрендә маммография ҡоролмаһы эшләй, һеҙ ҙә унда тикшерелеү үтә алаһығыҙ (көнөнә 10 кеше).

Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте йәшәгән урын буйынса поликлиникаларҙа онкологтарҙан белергә мөмкин.

Сирҙе дауалауға ҡарағанда булдырмау яҡшы. Шуның өсөн ҡатын-ҡыҙҙар табибына даими күренеү, түш биҙҙәрен үҙең ҡапшап - тикшереп, шикләнерлек билдәләр булғанда кисекмәҫтән табипҡа барыу бик мөһим.


Читайте нас: