Хужалыҡта шәкәр сөгөлдөрө 420 гектар сәселгән.
- Мул уңыш алайым тиһәң, алдан хәстәрлек күрергә, ерҙе тейешенсә тәрбиәләргә кәрәк. Сөгөлдөр сәселәһе майҙанды былтыр көҙҙән үк әҙерләп ҡуйҙыҡ, яҙын инде ашлама индереп, иң ҡулай ваҡытта сәстек. Химик утауҙы ла ваҡытында үткәрҙек. Тырышлыҡ бушҡа булманы, уңыш ҡәнәғәтләнерлек, - ти хужалыҡ етәксеһе Геннадий Тахтаров. – Һәр гектарҙан 456 центнер “татлы тамыр” ҡаҙып алып, тулыһынса шәкәр заводына тапшырҙыҡ.
Үҫтерелгән уңыштың юғалтыуһыҙ ҡаҙып алыныуы механизаторҙарҙың тырышлығына ла бәйле. Сөгөлдөр комбайнында эшләүсе механизаторҙар Максим Тахтаров, Дмитрий Пастухов, Андрей Беляев аяҙ көндәрҙә тәүлек әйләнәһенә эшләгән. Егеттәр алмашлап ял иткәндә комбайн руле артына хужалыҡ етәксеһе үҙе ултырған.
Бөгөнгө көндә хужалыҡта ҡыҙыу темп-та көнбағыш уралар.
- Сәселгән 300 гектарҙың 50-60 гектар самаһында ғына эш ҡалды. Көн ошолай ғына торһа, бөгөн теүәлләп ҡуйырға иҫәп тотабыҙ. Көнбағыш уңышы ла насарҙан түгел - гектарынан уртаса 18 центнер күрһәтә, - ти Геннадий Тахтаров.