+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2019, 11:33

Һаулыҡ һағында утыҙ йыл

Зөһрә һәм Исламбул Фәхретдиновтарҙың ишле ғаиләһенә йәм өҫтәп, бишенсе бала булып тыуған Рәшиҙә бәләкәйҙән зирәк була. Сәйетбаба урта мәктәбен уңышлы тамамлағандан һуң, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырырға теләп, Салауат медицина училищеһына уҡырға инә. Тырышып уҡып, шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштергәс, ашҡынып тыуған яғына эшкә ҡайта. Бына хәҙер өс тиҫтә йыл Сәйетбаба участка дауаханаһында үҙ һөнәренең оҫтаһы ул.

Ошо ауыл егете Наил Сабитовҡа тормошҡа сығып, ике бала үҫтерҙеләр. Тик тормош ауыр һынауын да бирҙе. Рәшиҙә тормош иптәшен юғалтып, балаларын яңғыҙы тәрбиәләп, оло юлға сығарҙы. Оло ҡыҙы Айгөл М.Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт-инглиз бүлеген тамамлап, тормошҡа сыҡты, Өфөлә йәшәйҙәр, ҡыҙ үҫтерәләр. Әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡан улы Нияз Салауат ҡалаһына эшкә урынлашты.

Рәшиҙә Сабитованың хеҙмәт юлын башлауына ошо көндәрҙә 30 йыл булып киткән. Алсаҡ, ярҙамсыл, кешелекле шәфҡәт туташы яратҡан эшендә уңған, абруйлы хеҙмәткәр, ә яҡындары өсөн ғәзиз әсә, өләсәй, һөйөклө һеңле-апай.


Читайте нас: