Уйын бик күңелле һәм көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәлә, ҡаршы яҡ команда ҡапҡаһына бик күп туп кереткән Мораҙҙарға 1-се урын, уларҙан саҡ ҡына ҡалышҡан Сәйетбабаларға - 2-се, Йөҙимәндәргә - 3-сө, Юлыҡтарға - 4-се, Сәйетбаба ауылының 2-се команда егеттәренә 5-се урын бирелде. Урындар бүленһә лә, һәр уйынсы ҡәнәғәт булып, бер-береһенең ҡулын ҡыҫып, дуҫлашып, аралашып тамамланды ярыш. Ә кубок ауыл менән спортҡа йыйылған аҡсаға алынды, бының өсөн уларға һәм шулай уҡ ойоштороусыларҙың береһе Илдар Сәйфуллинға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Киләсәктә лә ошондай уйындар аша осрашып, күрешеп торорға кәрәк, тигән уйҙа таралыштыҡ был футбол ярышынан.