+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2019, 11:53

Бар урамды гөлгә күмә Резидә

Беҙҙең Игенйылға ауылында сәскәләргә күмелеп ултырған баҡсалар, ихаталар байтаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ гөлдәрҙең, сәскәләрҙең төрлөһөн үҫтерергә тырыша.

Үҙәк урам аша үтеүсе юлсылар ауылдың ҡап уртаһында урынлашҡан “Юлдаш” магазины һәм уның янындағы йортҡа иғтибар итмәйенсә китмәйҙәр, хатта туҡтап фотоға ла төшөрәләр. Эйе, ул магазин йыраҡтан уҡ үҙенә йәлеп итә. Иртә яҙҙан ҡар яуғанға тик-лем магазин тирәһе һәм магазин хужаһының әсәһе Рәйлә апайҙың йорто сәскәләргә күмелеп ултыра. Сәскәләрҙең төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша. Улар зауыҡ менән ултыртылған. Ошо матурлыҡты тыуҙырыу өсөн күпме хеҙмәт түгергә, күңел йылыһын бирергә кәрәк, гөлдәр ҙә иғтибар һәм тәрбиә ярата.

Был сәскәләр батшалығының хужаһы – Резидә Ҡотлозаманова. Ул Рәйлә апайҙың өлкән ҡыҙы. “Юлдаш” магазинында эшләй. Баҡсаларында сәскәләр генә үҫә тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ, сөнки йәшелсәләрҙең дә төрлөлөгө, уңыштың муллығы шунда уҡ күҙгә ташлана. Ҡышҡылыҡҡа уларҙы эшкәртеп әллә күпме салаттар, ҡайнатмалар яһай.

Йәйге матур көндәрҙең береһендә китапханасыбыҙ Р.К.Нәзирова Резидә Ҡотлозаманова менән сәскәләр үҫтереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре өсөн күп файҙалы кәңәштәр алды. Резидә яратып, ентекләп һәр сәскә, уның үҙенсәлектәре, үҫтереү ысулдары тураһында һөйләне, һорауҙарға теләп яуап бирҙе. Сәскәләр үҫтереүҙә уның тәжрибәһе ҙур шул. Киләһе йылдарға ла пландары менән уртаҡлашты. Йыйылыусылар ошо тиклем матурлыҡты тыуҙырыусыға берсә һоҡланып, берсә хайран ҡалып, уға рәхмәттәр әйтеп, үҙҙәрендә лә ошондай сәскәләр үҫтереү дәрте менән таралышты.

Резидәгә был эштә һеңлеһе Рәмзиә Вәлиева һәм уның ғаиләһе лә ярҙам итә икән.

“Юлдаш” магазинына сәскә үҫтереү оҫталығы буйынса эшкә алалар тиерһең, икенсе һатыусы Эльвира Ҡиәметдинова ла сәскәләр үҫтерергә ярата. Ул йәшәгән йорт та сәскәләргә күмелеп ултыра. Ҡыҙҙар тураһында “сәскә еле ҡағылған”, тип әйтһәк тә була, сөнки улар орлоҡтарҙы төрлө ерҙән яҙҙырып алалар, ҡыш уртаһында уҡ ултырталар, тышҡа сығарып ултыртҡансы күпме хеҙмәт түгәләр.

Ауылыбыҙҙың матурлығы һәр беребеҙҙән тора. Матурлыҡты күрә белһәк, йәшәйешебеҙ ҙә ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Йәшәгән еребеҙҙе гөл-баҡса итәйек, тирә-яҡҡа матурлыҡ өләшәйек.

Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Игенйылға ауылы.

Читайте нас: