+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2019, 17:33

Барыһы ла халыҡ өсөн

“Инцидент” системаһы ярҙамында ауылдарҙа бик күп проблемалар хәл ителә

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Гөлназ Мирхәйҙәрова әйтеүенсә, районда сентябрь айында, мәҫәлән, “Инцидент-менеджмент” системаһы буйынса 41 мөрәжәғәт алынған. Шуларҙың күпселеге юлдар торошона, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлегенә, мәғариф мәсьәләләренә һәм социаль хеҙмәтләндереү өлкәһенә ҡағыла.

Халыҡты төрлө һорауҙар борсой. Мәҫәлән, Красно-усол ауылының Гагарин урамында йәшәүселәр балаларға уйнарға урын юҡ тип "Бәйләнештә" селтәрендә яҙғандан һуң күп тә үтмәне, улар өсөн майҙансыҡ төҙөлдө.

Үзбәк ауылынан Зөлфиә һәм Радик Ниғмәтуллиндар 9 сентябрҙә "Класташтар" селтәрендә ауылда һыу юҡлығы тураһында хәбәр иткәйне. Шул уҡ көндө район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов ауылға барып, беренсенән, һыу башняһына яңы насос алырға, икенсенән, иҫкеһен ремонтлап, запаста тоторға ҡушты. Ошо көндөң кисенә ауылда һыу бар ине.

Урта Үтәш ауылында йәшәүселәр оҙаҡ йылдар һуҙымында юлһыҙлыҡҡа зарлана. Уларға "Инцидент" системаһы ярҙамға килгән: ауылда ҡом-таштан юл һалғандар, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов күрһәтмәһе буйынса юл ауыл зыяратына тиклем төҙөлгән.


Читайте нас: