-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2019, 11:21

“Башкиравтодор”ға – 95 йыл

Йылдың-йылы октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә юл хужалығы, шул иҫәптән “Башкиравтодор” йәмғиәтенең Ғафури юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Шулай уҡ байрамдың быйылғыһы республикала юл тармағы барлыҡҡа килеүҙең 95 йыллығы менән иҫтәлекле. Ошо уңайҙан район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы Зөфәр Мәғәсүм улы ХАФИЗОВты әңгәмәгә саҡырҙыҡ.

-Зөфәр Мәғәсүм улы, һөнәри байрамығыҙҙы, шул иҫәптән 95 йыллыҡ юбилейҙы ниндәй уңыштар менән ҡаршылайһығыҙ?

-Ысынлап та, быйыл Башҡортостанда юл тармағы, шул иҫәптән “Башкиравтодор” йәмғиәте барлыҡҡа килеүҙең 95 йыллығы. 67 кешенән торған беҙҙең коллектив был датаны лайыҡлы ҡаршылай. Эшселәребеҙ иңенә районыбыҙҙың 532 саҡрым оҙонлоғондағы төрлө өҫлөклө (шуның 162 км асфальт-бетон өҫлөклө) юлдарын тәртиптә тотоу, төҙөкләндереү, ремонтлау бурысы йөкмәтелгән. Быйыл планға ярашлы, юлсылар бригадалары тарафынан юлдарҙы ремонтлауҙа күләмле генә эштәр башҡарылды. Красноусол-Талбазы йүнәлешендәге автомобиль юлына асфальт һалыу менән мәшғүл булдылар. Бында 4,2 километр оҙонлоҡта юлды ремонтлау күҙалланһа, быйыл 550 метрында эштәр теүәлләнеп, файҙаланыуға тапшырылды, ҡалған өлөшө – юлдың 3,7 саҡрымында (был объект күсмә, йәғни эште 2020, 2021 йылдарҙа тамамлауға иҫәпләнгән) эштәр киләһе йыл дауам итәсәк. Красноусол-Архангел трассаһында 1,2 километр оҙонлоҡтағы автомобиль юлы асфальтланды. Йәнә шунса уҡ оҙонлоҡта ремонт эштәрен теүәлләйһе бар.

Район үҙәгендәге эштәргә килгәндә, республика юл фонды иҫәбенә Социалистик (700 метр оҙонлоҡта), Аксаков (350 м) урамдары юлдары, ә Куйбышев урамында 1 км оҙонлоҡтағы юл “Тыуған урам” республика программаһына ярашлы (эштәр 3 йылға иҫәпләнһә лә, быйыл теүәлләүгә өлгәшелде), Совет, Соҡор (Ровенская) урамдары юлдары өлөшләтә асфальтланды. Коммунистик урамында 1,5 км оҙонлоҡта төҙөләсәк тротуарҙың быйылға планлаштырылған 200 метрында эштәр теүәлләнеп, асфальт түшәлде (план 3 йылға иҫәпләнгән). Шулай уҡ предприятие заказы бу-йынса ла эшләйбеҙ. “Красноусол” шифаханаһы (5,5 миллион һумлыҡ заказ буйынса), Балалар шифаханаһы (3 млн), “Имәнкәй” балаларҙың спорт-һауыҡтырыу лагеры биләмәләрен асфальтлауҙа ҡатнаштыҡ. Быларҙан тыш Сәйетбаба, Имәндәш, Ташлы, Буруновка ауыл биләмәләрендәге бер нисә ауыл урамдары һәм юлдары ремонтланды, Родина ауылында Көньяҡ урамы юлына ҡырсынташ түшәлде. Юлыҡ ауылы янындағы Еҙем йылғаһы аша яңыртылған күпер асфальтланды. “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә район үҙәгендәге Калмыков урамының 9-сы, К.Маркс урамының 3-сө, 4-се, Ленин урамының 24-се һанлы күп фатирлы йорттарының ихаталары асфальтланды.

Районыбыҙҙың көньяҡ өлөшөндәге Игенселәр-Яңғыҙҡайын, Яңғыҙҡайын-Буруновка-Алатана, Мораҡ-Йөрәктау йүнәлешендәге юлдар (19-20 километр тирәһе) бик насар торошта, 30-40 йыллап ремонтланмаған. Был төбәк юлдарында тәртип булдырырға ине, пландар ҙур, әммә әлегә мөмкинлек юҡ, барыһы ла финанс мәсьәләһенә барып тоташа.

-Ошондай күләмле эштәрҙе үҙ ваҡытында башҡарып сығыу өсөн махсус һәм ҡеүәтле техника талап ителә...

-Баланстағы 43 берәмек техниканың - 98 проценты, юл-төҙөлөш техникаһының 92 проценты иҫке. Бары тик техникаға капиталь ремонт уҙғарылып, предприятиебыҙ хеҙмәткәрҙәренең ҙур тәжрибәһе, үҙ техникаларына һаҡсыл ҡарашта булыуы, даими йүнәтеп тороуы һөҙөмтәһендә бөтөн төп бурыстар үтәп сығыла ла инде. Быйылғы юбилей йылы республиканың, шул иҫәптән беҙҙең район ДРСУ-һы өсөн бик тә иҫтәлекле һәм һөйөнөслө булды. Республика бюджетынан 500 миллион һум аҡса бүленеп, алынған 54 берәмек (йыл башынан бөтәһе 97 берәмек махсус техника алынған – авт.) өр-яңы техниканың икәүһе – “Т-150” һәм “МТЗ-82” тракторҙары беҙҙең идаралыҡҡа бүленде. Өфөлә 95 йыллыҡ юбилейға арналған байрам айҡанлы Республика Башлығы Радий Хәбиров тантаналы шарттарҙа уларҙың асҡыстарын тапшырҙы.

-Көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек хаҡында ни әйтерһегеҙ?

-Юлдар төҙөү, ремонтлау менән бер рәттән беҙҙең иңгә шулай уҡ муниципаль-ара юлдарҙы тәртиптә тотоу бурысы ла һалынған. Был тәңгәлдә лә ҙур эш алып барыла. Юл ситтәрен, юлды ҡаплап үҫкән ҡыуаҡлыҡтарҙы сабабыҙ, ямғыр һыуҙары ағып төшкән торбаларҙы таҙартабыҙ, юлдарҙың соҡор-саҡырлы урындарын ямайбыҙ. Әлеге мәлдә бар иғтибар юлдарҙы ҡарҙан таҙартасаҡ техниканы ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә көйләүгә йүнәлтелгән. Эштәрҙе алып барыу өсөн кәрәкле материал туплана, боҙлауыҡ мәленә юлдарға һибеүгә ҡатнашма әҙерләүгә тоҙ (300 тонна), ҡом (1500 тонна) килтерелде.

-Билдәле булыуынса, һәр бер предприятие берҙәм, татыу, тәжрибәле, үҙ эшенең оҫталары булған хеҙмәткәрҙәре менән көслө.

- Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең береһен дә айырым билдәләргә мөмкин түгел, барыһы ла үҙҙәренә еткерелгән бурыстарға яуаплы ҡарай, һынатмай. Традицияға ярашлы, һөнәри байрамыбыҙ уңайынан араларынан бер нисәүһен бүләкләүгә тәҡдим иттек. “КамАЗ” водителе Рим Рафаил улы Хисаметдинов менән хеҙмәтте һаҡлау буйынса инженер Салауат Усман улы Батыршин БР Транспорт һәм хужалығы Дәүләт комитетының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнәсәк. Шулай уҡ бөгөн мәҙәниәт һарайында үтәсәк байрам тантанаһында “Башкиравтодор” йәмғиәтенең, район хакимиәте һәм Советының, идаралыҡтың Маҡтау грамоталарын, Рәхмәт хаттарын алыусылар ҙа буласаҡ. Алыштырғыһыҙ баш инженер Эдуард Марат улы Бохармәтов, мастер Ирик Владимирович Стукалов, автогрейдер машинисы Рәфит Фәрит улы Мөхәмәтҡолов, бригадир Сергей Владимирович Федосеев, токарь Риф Рәшит улы Әбйәлилов, тракторсылар Сергей Романович Шестаков, Виктор Семенович Ергунов (тап был ике тракторсы идаралыҡҡа ҡайтасаҡ өр-яңы техникаға идара итәсәк) һәм башҡалар маҡтауға лайыҡ.

-Байрам уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?

-Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙҙы (улар араһында идаралыҡтың элекке етәксеһе Флүр Әнүәр улы Ишморатов, баш инженер Фәнүр Фазлетдин улы Чурбаев та бар), һөнәрҙәре юл хеҙмәте менән бәйле кешеләрҙе һөнәри байрамыбыҙ – Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ихлас күңелдән тәбрикләйем. Иҫәнлек-һаулыҡ, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, яңы ҡаҙаныштар, бәхетле оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, байрамса кәйеф теләйем, барыһына ла берҙәм эш һәм дөйөм хеҙмәткә индергән өлөштәре өсөн рәхмәтемде белдерәм.

-Зөфәр Мәғәсүм улы, әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Юбилейлы һөнәри байрамығыҙ менән!


Читайте нас: