-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2019, 11:27

Тәрән йылғалар тын аға

Ҡайһы бер кешеләрҙең эше лә, үҙе лә бик күренеп бармай. Ләкин уларҙың йәмғиәт өсөн күрһәткән хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ. Бурлы урта мәктәбенең нигеҙ ташы булырҙай, бөтә нәҫеле менән ғүмерен изге һөнәргә, балаларға белем биреүгә бағышлаған уҡытыусылар династияһы менән данлыҡлы беҙҙең мәктәп.

Уҡытыусы – барлыҡ һөнәрҙәрҙең башланғысы. Был һөнәрҙе тормошоноң асылы итеүсе, эшенән йәм, тәм табып эшләүсе, күптәрҙең яратҡан уҡытыусыһы Рәүиә Халиҡ ҡыҙы Вәлиева-Шәмсетдинова ла

уҡытыусылар династияһынан.

Уның атаһы Халиҡ Фәтих улы Вәлиевты бик күптәр хәтерләйҙер. “Бар яҡтан да талантлы, тәрән белемле физик, кешелек-ле һәм кеселекле булыуы менән уҡыусылар өсөн идеал булып тора ине”, - тип иҫкә алалар Халиҡ Фәтих улын замандаштары.

Һәр ваҡыт бер кер төшмәгән аҡ күлдәк, матур костюм кейеп йөрөгән итәғәтле, тыныс холоҡло Халиҡ ағайҙы яратмаған уҡыусы булдымы икән? Тәнәфес ваҡыттарында уның танго, вальс бейеүҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Бер ҡасан да ваҡыт менән иҫәпләшмәй, үҙе тыйнаҡ, сабыр, көн-төн мәктәп тип янып йөрөгән кеше ине ул. Физика фәне ни тиклем ауыр булһа ла, уҡыусыларҙың яратҡан дәресе була.

Халиҡ Фәтих улы заманына ҡарата уҡымышлы ғына ғаиләлә тыуып үҫә. Әсәһе Шәмсинур апай балаларын уҡытырға, кеше итергә тырыша. Әйткәндәй, Шәмсинур апайҙың бер туған апаһы Шәмсеруй - академик, профессор Ғәбделхаҡ Халиҡовтың әсәһе. Ғөмүмән, был нәҫелдә белемгә ынтылыш бала саҡтан тәрбиәләнә. Халиҡ Фәтих улының ағаһы Ғәбделхай Халиҡов та ғүмер буйы мәктәптә физика, математика уҡыта, завуч булып эшләй. Стәрлетамаҡ педучилищеһының 2-се курсын тамамлаған Халиҡ Вәлиевты Бурлы мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Шул көндән алып 40 йылдан артыҡ Бурлы мәктәбендә физика уҡыта ул. Йылдар дауамында уға завуч, директор, мәғариф бүлеге инспекторы булып та эшләргә тура килә. Дәһшәтле һуғыш йылдарында ла ул күңеле менән тыуған мәктәбенән айырылмай. 1942-1946 йылдарҙа Халиҡ Фәтих улы “Төнгө осоусылар” часында техник булып хеҙмәт итә, бер үк ваҡытта йәш осоусы офицерҙар араһында пропагандист итеп тә билдәләнә.

1946 йылда тыуған мәктәбенә ҡайтып, үҙенә хас тырышлыҡ менән эшкә сума. Һуғышҡа тиклем үк яратып йөрөгән, уға бағышлап шиғырҙар ғына түгел, ә поэмалар яҙған, иҫ киткес сибәр, тыйнаҡ Маһира апайға өйләнеп тә ҡуя. Маһира апай ул ваҡытта Бурлы мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡытып йөрөгән була. Бер-береһенә шул тиклем пар килгән был ике йәш уҡытыусыға кемдәр генә һоҡланып ҡарамағандыр ул йылдарҙа. Маһира апайҙың уҡыусылары уның мәктәпкә килгәнен урамға сығып көтөп алалар. “Уның дәфтәрҙәр тулы сумкаһын күтәреп килеү беҙҙең өсөн ҙур бәхет була торғайны. Бер ҡасан, бер кемгә ҡысҡырып өндәшкәнен, асыуланғанын хәтерләмәйбеҙ”, - тип иҫкә алалар Маһира апайҙың уҡыусылары.

Икешәр смена уҡытып, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәктәп эшенә сумып йәшәй Вәлиевтар ғаиләһе. Халиҡ Фәтих улының тырышлығы менән физика кабинеты йыһазландырыла, мәктәптә электр үткәрелә, радиоузел булдырыла. Күпме уҡыусыға ул тормошта үҙ юлын табырға ярҙам итә. Ул уҡытҡан уҡыусыларҙың күбеһе физика-математика уҡытыусылары булып китәләр. Халиҡ Фәтих улының фотоһы Стәрлетамаҡ педагогия институтының Почет таҡтаһында оҙаҡ йылдар эленеп тора. Дәүләтебеҙ уның тырышлығын күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән баһалай, ә инде 1967 йылда уға “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән исем бирәләр.

Матур, татыу ғаиләлә өс малай, бер ҡыҙ үҫә. Барыһы ла юғары белем алып, тормошта үҙ юлын тапҡан. Ҡыҙҙары Рәүиә ата-әсәһенең юлын дауам итеп Стәрлетамаҡ педагогия инс-титутын тамамлап, ғүмере буйы Бурлы мәктәбендә физика, математиканан уҡыта. Ата-әсәһе кеүек тыныс, сабыр Рәүиә Халиҡ ҡыҙы үҙ һөнәренең ысын оҫтаһы булып танылып, күп төрлө Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. Иптәше Фәнил менән ике ҡыҙ үҫтереп, уларға лайыҡлы белем бирҙеләр, ике ҡыҙы ла мәктәпте көмөш миҙалға тамамланы. Оло ҡыҙҙары Миләүшә ата-әсәләренең генә түгел, бөтә ауылыбыҙ ғорурлығы. Мәктәптә уҡығанда уҡ төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа гел призлы урындар алған Миләүшә Стәрлетамаҡ педагогия институтын ҡыҙыл дипломға тамамлап, фән юлынан китә. Аспирантура тамамлағандан һуң, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Әлеге көндә доцент Миләүшә Фәнил ҡыҙы Ғәйфуллина Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының филология колледжында студенттарға рус теле нескәлектәрен өйрәтә. Күптәр өсөн фәнни етәксе һәм публикация-лар авторы булып тора. Нәҫелдән килгән тырышлыҡ, белемгә ынтылыш юғары үрҙәргә әйҙәй.

Вәсимә МӨХӘРМӘТОВА.

Читайте нас: