Ул Красноусолдағы юл-транспорт ваҡиғалары иң күп теркәлгән К.Марс һәм Калмыков урамдары киҫелешендә урынлаштырылды. Хәҙер йәйәүлеләр ҙә, водителдәр ҙә бер-береһенә хөрмәт күрһәтер, абай булыр, светофорҙың йәшел утына ғына хәрәкәт итеп, хәүеф-хәтәргә юл ҡуймаҫ, ЮХХДИ инспекторҙарына эш ҡалдырмаҫ, тип өмөтләнергә генә ҡала.