+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 17:03

Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй…

Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй, Ир-егеткәй менән ат башы, - тигәндәй, ошо көндәрҙә 90 йәшен билдәләүсе Рафаил Абдуллин да тормоштоң әсе-сөсөһөн әҙ күрмәгән. Бала саҡ йылдарының аслыҡ-яланғаслыҡ, һуғыш ғәрәсәте осоронда үтеүе лә уның яҙмышына йоғонтоһоҙ ҡалмай. Бары тик эшкә талымһыҙ, ат йәнле булыуы уның тормошон еңеләйтеп, алға әйҙәгән.

Рафаил Абдуллин Яугилде ауылында Хөсниә һәм Зәйнулла ғаиләһендә 1929 йылдың октябрендә тыуған. Был осор кешеләренә бәләкәйҙән юҡлыҡ һурпаһын эсеп, алһыҙ-ялһыҙ егелеп эшләргә тура килгән. Йәштәрҙе Молотов ҡалаһына эшкә ебәрергә йыя башлағас, әсәһе йәше етмәгәндәрҙе ебәрмәйҙәр тиеүгә, яңы исем ҡағыҙын бер йәшкә кесерәйтеп юллай. Шуға ла документта 1930 йылғы булып китә. Атаһы һуғышҡа 1941 йылдың 5 декабрендә китә, шунан әйләнеп ҡайтмай. Өс тапҡыр яраланған, “өсөнсөгә һуғышҡа керәм”, - тигән хаты аҙаҡҡыһы була. Әсәһенә бер үҙенә ғаиләне аҫрау ауыр булғанлыҡтан 2 класс ҡына белем алырға өлгөргән Рафаилға уҡыуын ташлап, эш башларға тура килә. Ат башында йөрөп бесән йыйыуҙа, ер һөрөүҙә эшләй. Ҡайҙа ат хеҙмәте кәрәк, ул шунда була. Йәйен-көҙөн урып-йыйыуҙа, яҙ – сәсеүҙә, ҡыш фермаға бесән-һалам ташый. Өс йыл әрмелә хеҙмәт итеп, егетлек бурысын да намыҫ менән үтәп ҡайта.

- Урман киҫеү эшендә лә ҡатнаштым. Яҙ боҙло һыуҙан һал ағыҙыуҙар, үҙәккә үткән һыуыҡтар әле лә өшөткән кеүек, - тип хәтерләй Рафаил Зәйнулла улы ул саҡтарҙы.

Эшләп ҡатҡылланған егет 1957 йылда Уҫман ауылынан Рәйфә Зәйнетдин ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар. Был ғаиләлә береһенән-береһе сибәр, уңған 5 ҡыҙ буй еткерә. Һәр береһенә юғары һәм урта һөнәри белем алырға ярҙам итеп, туйҙар үткәреп, тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Әлеге ваҡытта һәр береһе үҙ донъяларын ҡороп йәшәйҙәр. Тик тормош иптәше Рәйфә апай 2004 йылда вафат була.

Һуңғы йылдарҙа Рафаил ағай ҡыш ҡыҙҙарында йәшәй, йәйҙәрен үҙ йортонда донъя көтә. Балалары һәр саҡ ярҙам итеп, ҡайтып-китеп торалар. Оло ҡыҙҙары Рәмилә Ҡауарҙы ауылында уҡытыусы булып эшләп, хәҙер хаҡлы ялда. Ике ҡыҙ, бер ул үҫтергән. Рәзимә ҡыҙҙары Өфө ҡалаһында иҡтисадсы һөнәрен алып, ул-ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Резида Йөҙимән ауылының алыштырғыһыҙ фельдшеры, ике ул әсәһе. Салауат ҡалаһында ашнаҡсы һөнәрен алған Миңзәләнең ике ҡыҙы бар. Ул-ҡыҙ үҫтергән Гөлназ Талбазы ауылында йәшәй. Ил ағаһы булған Рафаил ағайҙың хәҙер ейән-ейәнсәрҙәре генә түгел, бүлә-бүләсәрҙәре лә тиҫтәнән артыҡ. Тормошто энә күҙәүенән үткәргән кеше булараҡ төплө кәңәштәре, йүнәлеш бирер һүҙҙәре менән һәр саҡ ярҙам итеп тора. Уның: “Уҡыған кеше хур булмай”, “Эшләгәндән кеше үлмәй”, - тип мәҡәл аша әйткәндәрен балалары үҙҙәренә һабаҡ итеп алған.

Рафаил Зәйнулла улы ғүмер буйы үҙ көсө менән донъя көткән кеше. Үгеҙ менән ер ҙә һөргән, колхозда бар эштә лә эшләгән. Бурлынан ат менән яғыулыҡ та ташыған, ат ҡараусы ла булған. Колхоз аттары бөткәс, үҙе ат алып аҫраған, баҫыу ҡараған. Ул күндәм, сабыр, әммә урлашҡан, алдашҡанды йәне һөймәй. Ҡыҙҙарын да бер ауыр һүҙ әйтмәй үҫтергән, егеттәр эшенә лә өйрәткән. Хәҙер ҡыҙҙары аталарының ғорурлығы. Матур тәрбиә биргәнгә лә бөгөнгө көндә балалары менән бәхетле хеҙмәт һәм тыл ветераны Рафаил ағай. Уларҙы үҙ өйөндә ҡаршы алып-оҙатып, рәхәтләнеп һөйләшеп күңелен йыуата. Эйе, был тормош юлында ат кеүек тоғро, йөктө тарта белгәндәргә генә йылдар, соҡор-саҡырҙар кәртә була алмай. Алда ла именлектә, һаулыҡта, күңел тыныслығында шатланып йәшәргә яҙһын.


Читайте нас: