+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 11:34

“Баллы йүкә”

Урман генофондын һаҡлау маҡсатында Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы айырыуса ҡиммәтле ағастарҙы клонлаштырыу менән шөғөлләнә башлаясаҡ. Был сара һау ағастар генофондын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.

Тәү сиратта был йүкә ағасына ҡағыла, сөнки ул Башҡортостан өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Республикабыҙҙың иң тәмле балы ла йүкәнеке бит. Шуға күрә “Башҡортостан” гәзите “Россельхозцентр” менән берлектә “Баллы йүкә” тип аталған конкурс иғлан итә.

Бәйге шарты буйынса, райондағы, ауылдағы ерлеккә бәйле йүкә ағасын фотоға төшөрөп ебәрергә, уның тарихын да яҙырға кәрәк. Бәлки, был ағасты ҡасандыр билдәле кеше ултыртҡандыр, йәки ул ҡайҙандыр ситтән алып киленгәндер. Иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр “Башҡортостан” гәзитендә һәм Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы сайтында донъя күрәсәк.

Иң ҡыҙыҡлы ижади эштәр өсөн бүләктәр әҙерләнгән. Ә иң-иңе тип табылған йүкә ағасын үҙәк белгестәре клонлаштырасаҡ һәм ул республика урмандарында үҫәсәк.

Конкурсҡа эштәрҙе хат менән [email protected] электрон почтаһына “Баллы йүкә” конкурсына тип билдәләп ебәрергә. Бәйге киләһе йылдың яҙына тиклем дауам итәсәк.


Читайте нас: