Сараға Башҡортостандың төрлө райондарынан олимпиада, конференция еңеүселәре саҡырылды. Һәләтле уҡыусылар араһында беҙҙең районыбыҙ уҡыусыһы ла ҡатнашты. Ул - Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы Гөлнур Ибәтуллина, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада призёры.
Осрашыуға тиклем егет-ҡыҙҙар Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмын ҡараны. Тетрәндергес, иҫ киткес матур картина һәр уҡыусының күңеленә үтеп керҙе, яңы хис-тойғоларға күмде. Һуңынан Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров һәләтле уҡыусыларҙы байрам көнө менән тәбрикләне һәм уҡыуҙағы уңыштары өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Беҙ Башҡортостандың иң уңышлы, иң алдынғы төбәк булыуын, йәштәрҙең үҙ киләсәген тап тыуған республикалары менән бәйләүен теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ беҙҙең алтын фонд. Һеҙҙең маҡсаттар юғары. Сығарылыш уҡыусыларының дүрттән бер өлөшө Башҡортостандан ситтәге уҡыу йорттарын һайлай – Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Һамар, Новосибирск ҡалаларына китә. Күренештең тәбиғи хәл икәнен аңлайбыҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙең вуздарҙы һайлауығыҙҙы теләр инем. Республика юғары уҡыу йорттарында белем биреү кимәле тағы ла сифатлыраҡ булһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ,- тип белдерҙе ил Башлығы. Шулай уҡ Радий Фәрит улы уҡыусыларға республикала фәнни-уҡытыу үҙәге төҙөү проекты ҡаралыуы тураһында хәбәр итте. Ул фән, власть, бизнесты берләштереү маҡсатын күҙ уңында тота. Бынан тыш Өфөлә 5 мең кешегә иҫәпләнгән заманса студенттар кампусы барлыҡҡа киләсәк, тине. Был идеялар федераль кимәлдә яҡлау тапҡан һәм яҡын киләсәктә объекттарҙың проектын әҙерләү этабы башланасаҡ. Радий Хәбиров Башҡортостанда бөгөнгө талаптарға яуап биргән яңы урта белем биреү учреждениелары, атап әйткәндә, 14 полилингваль гимназия, шулай уҡ математика һәм IT-технологиялар буйынса лицей булдырыу тураһында һөйләне. Һәләтле балалар һәм уларҙың уҡытыусыларын матди яҡтан дәртләндереү сараларына килгәндә, төрлө олимпиадаларҙа еңеүсе балалар һәм уҡытыусылар өсөн премия күләмен арттырыу ҡарала, тип тә шатландырҙы.
Уҡыусылар төбәк етәксеһенә үҙҙәренең уңыштары тураһында һөйләне, респуб-лика етәксеһенә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. “Байрам сараһы миңә бик ныҡ оҡшаны. Уҡыуға яңы көс һәм дәрт алып ҡайттым, - тине Гөлнур осрашыу тәьҫораттары менән уртаҡлашып. - Ғафури районы мәғариф бүлеге етәксеһе Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатовҡа, гимназиябыҙ директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасиповаға һәм уҡытыусым Эльвера Сәхиулла ҡыҙы Ҡунафинаға ҙур рәхмәтемде еткерәм”.
Беҙ ҙә Гөлнурға ижади уңыштар теләйбеҙ. Киләсәктә һәләтле уҡыусыларыбыҙ күп, еңеүҙәребеҙ мул булһын.