-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 11:09

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” эшлекле үтте

Һәр аҙнаның кесе йомаһында район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовтың эш кабинетында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” уҙа. Уны район хакимиәте башлығы етәкселегендәге комиссия алып бара. Был сараның сираттағыһы, 17 октябрҙә уҙғанында БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов, “Башҡортостан” республика гәзите хәбәрсеһе Айһылыу Низамова һәм ра-йон гәзиттәре хәбәрселәре ҡатнашты.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә үҙҙәренең проекттары менән 5 кеше килде. “Авалон” ЯСЙ-е етәксеһе Александр Курбатов Красноусолда доломит оно етештереү буйынса завод төҙөү хаҡындағы проекты менән уртаҡлашты. Бының өсөн йәмғиәткә Ясная Поляна урамында 1,5 гектар майҙанда ер участкаһы бүлеп бирелгән. Участканы ҡоймалап ала башлап, йыл аҙағынаса тамамлаясаҡтарын, шулай уҡ сеймал ташып, киләһе йылға эште башлау уй-пландарын еткерҙе. Инвестициялар күләме 50-100 миллион һумлыҡ тәшкил итеүен, 15-20 кеше эш урыны менән тәьмин ителәсәген билдәләп үтте. Инфрас-

труктура булдырыуҙа ла ярҙам һораны. Доломит ононоң тупраҡтың әселеген бөтөрөүҙә файҙаһы ҙур булыуы билдәләнеп, ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн дә ҡулай буласағы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Рәсәй ДОСААФ-ының Ғафури районы бүлексәһе рәйесе Василий Калачигов “Йәшлек” паркы биләмәһендә автодром майҙансығы (спорттың техник төрҙәрен ойоштороу өсөн дә, балаларҙың Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үҙләштереү буйынса ла файҙаһы ҙур булыр ине), шулай уҡ картинг булдырыу проектын тәҡдим итте.

Табын ауылынан сауҙа өлкәһендә эшләгән шәхси эшҡыуар, белем биреү учреждениеларында уҡыусыларҙы туҡландырыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү операторы Мгер Аванесян ауылда йәшелсә һаҡлағыс төҙөү проекты менән килде. Элекке данлыҡлы Табын консерва заводы ерлегендә был планды тормошҡа ашырыу өсөн 10 миллион һум финанс ярҙамы кәрәк булыуын билдәләп үтте. 8-12 кеше эш менән тәьмин ителәсәк.

Родина ауылынан Рифҡәт Фәйзуллин Игенйылға ауылында гранулалы витаминлы үлән оно һәм гранулалы органик ашламалар етештереү цехы төҙөү һәм ҡорамалдар һатып алыу планын еткерҙе. Инвестиция күләме 10-15 миллион һумға иҫәпләнгән, 6 кешегә хеҙмәт урыны булдырыу күҙаллана.

Баҡраҡ ауылынан крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы, шәхси эшҡыуар Лилиә Ҡүскилдина йылҡысылыҡты үҫтереүгә йүнәлеш алған. Шәхси хужалыҡта 33 баш һыйыр малы һәм 30 баш ат иҫәпләнә. “АгроСтартап” республика программаһы сиктәрендә 40 баш йылҡы һатып алыуға 2 700 000 һумлыҡ грантҡа эйә булғандар. Хужалыҡ етәксеһе килешеү буйынса һаҡлау яуаплылығы менән файҙаланыуға алған ауылдағы ферма бинаһын электр селтәрҙәренә тоташтырыу мәсьәләһендә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә күтәрелгән бар проекттар ҙа комиссия тарафынан яҡлау тапты. Рөстәм Ишмөхәмәтов “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килеүселәрҙең пландары менән ентекле танышҡандан һуң, һәр береһенең үҙ проект-тарын тормошҡа ашырыуҙа өҫтәлмә мөмкинлектәр хаҡында төплө аңлатмалар, файҙалы кәңәштәр бирҙе. Эшҡыуарҙарға шулай уҡ район хакимиәте башлығы һәм комиссия ағзалары үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе.
Читайте нас: