+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 12:40

Халыҡ шағиры эргәһендә бер кис

Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, киң ҡоласлы талант эйәһе, ғәжәйеп һүҙ оҫтаһы Мостай Кәрим ғүмеренең һуңғы йылдарында “Красноусол” шифаханаһында бер нисә тапҡыр ял итте. 2003 йылдың йәйе ине. Ял итеүселәрҙең теләген ҡабул итеп, әҙип, шағир шифахана клубында улар менән осрашырға риза булды. Был осрашыуҙа уның ижадын хөрмәт иткән бер төркөм райондаштарыбыҙ, шулар иҫәбендә “Табын" гәзите вәкилдәре лә, ҡатнашты. Осрашыу түбәндәге мәҡәлә булып “Табын”да донъя күрҙе (“Табын”, №68, 30 август, 2003 йыл). Бөйөк шәхестең 100 йыллығы киң билдәләнгән көндәрҙә уны ҡабатлап баҫыуҙы кәрәк тип таптыҡ. - Ял итергә аҡыл да, көс тә кәрәкмәй, - тип шаяртып һүҙ башланы аҡһаҡал. - Бында барыһы ла шул тиклем һәйбәт, эшләүселәр итәғәтле, ихтирамлы, асыуланыу мөмкин түгел, мыжыуы ҡыйын. Республикабыҙҙа ошондай гүзәл төбәктәр, шундай кимәлдәге шифаханалар булыуы менән ғорурланырға кәрәк.

Осрашыу бик йәнле, дуҫтарса шарттарҙа барҙы, әҙип һорауҙарға ихлас яуап бирҙе. Уның йорлоғона, аҡыл тәрәнлегенә һоҡланмау мөмкин түгел ине.

Ғаиләһе тураһында

- Минең атайым ике ҡатын менән йәшәне - ижадым менән әҙме-күпме таныш һәр кем был хаҡта беләлер. Бәләкәй сағымда әсәйҙәрҙең ҡайһыһы минеке икәнен белмәнем - гел оло инәйемдер тип уйлай инем. Ул мине айырыуса яҡын күреп яратты. “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендә уның хаҡында үҙ әсәйемә ҡарағанда йылыраҡ та, яҡыныраҡ та итеп яҙылған - был ысынлап та шулай ине. Оло инәйем ғаиләбеҙҙә барыбыҙ өсөн дә рухи абруй булды. Бик күп йылдар үткәс, үҙ әсәйем Вазифанан (ул 105 йәшкә тиклем йәшәне), һинең өсөн донъялағы иң һәйбәт кеше кем, тип һорағас, ул, атайыңдан ҡала оло инәйең, тип яуап бирҙе. Улар араһындағы бер-береһенә булған хөрмәт көндәшлек хисенә урын ҡалдырмағайны. Оло инәйемде һәр саҡ тәрән ихтирам менән иҫкә алам, ошо ихтирам миңә үҙ дәрәжәмде, намыҫымды һаҡлап ҡалырға ярҙам итте.

Ҡатыным Рауза менән ике йыл дуҫлашып йөрөнөк, 62 йыл бергә ғүмер иттек. “Шиғырҙар яҙырға ҡатынығыҙ илһамландырамы?” - тип һораусыларға: “Рәхмәт уға, ул миңә ҡамасауламай”, - тип яуап бирә торғайным. Ҡамасауламау - үҙе оло ярҙам ул.

Ул һәм ҡыҙ үҫтерҙек, хәҙер ике ейәнем, бер ейәнсәрем һәм бер бүләсәрем бар. Балаларыма рәхмәт - үҙ-ара аралашыу, аңлашыу, изгелектәрен күреү бәхетенән мәхрүм итмәнеләр - тимәк, юл башында дөрөҫ йүнәлеш, тәрбиә бирә алғанбыҙ.

“Россиянмын”, йәки дәүер, заман тураһында

“Россиянмын” шиғыры 1956 йылда яҙылды. Уны баҫырға килтергәс, гәзит редакторы: “Баҫмайым, рус халҡының бөйөклөгөнә баҫым яһарға кәрәк булған, ә һин рус һәм башҡортто тиң ҡуйғанһың”, - тине. Ошо шиғыр ингән китабым сыҡҡас, ялағайланғанһың, тигән һүҙҙәр ишеттем. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, шиғырымдан баш тартырға, үҙгәртергә тәҡдим итеүселәр булды - ризалашманым. Күңелеңдән сыҡҡан, кисерештәр аша тыуған әҫәреңдән баш тартыу үҙ балаңдан баш тартыуға тиң булыр ине.

Үҙгәртеп ҡороу дәүерендә мин юл сатында ҡалдым: нисек үҙгәрергә, ҡайһы яҡҡа китергә тип уйлана башланым, һәм: “Иптәштәр, һеҙ нисектер, белмәйем, ә мин үҙгәрергә теләмәйем”, - тип белдерҙем. Шунан һуң һәр йыйылышта мине тәнҡитләнеләр. Ҡиблалар буталған, әҫәрҙәр тыумаған бер ваҡыт булды ул. Икеләнеп ҡалған ошо осорҙа үҙем белгән изге, яҡшы кешеләрҙе иҫкә ала башланым. Баҡһаң, бик бай икәнмен бит! “Ғүмер миҙгелдәре" тигән китабым шулай тыуҙы - ул миңә оло йыуаныс булды.

Йәшәгән осоробоҙ бик ауыр, физик яҡтан түгел, психологик йәһәттән. Әле рухҡа, аңға ҡарата золом бара, зәңгәр экрандарҙан ғына нисәмә төрлө ҡорал менән аталар. Барыһын күреп-кисереп, пессимисҡа әйләнергә лә мөмкин. Ләкин мин әлегә төшөнкөлөккә бирелмәйем, оптимист булып ҡалам.

Выждан, дин тураһында

Мин бер ҡасан да уҫал атеист булманым. Диндар кеше лә түгелмен (ихлас ышанып дин тотоусыларҙы хөрмәт итәм). Алла - һәркемдең күңелендә, ул выждан, намыҫ тип атала, минеңсә. Һәр кемдең алтын күсәре, тотҡаһы булырға тейеш, минең өсөн ундай үҙәк намыҫ төшөнсәһе булды. Хәҙер гонаһ ҡылып-ҡылып, һуңынан ярһып тәүбәгә килеүселәр, дин юлына баҫыусылар (һәм ниңәлер барыһын да башҡаларға күрһәтеп эшләүселәр) күбәйҙе. Минеңсә, Аллаға беҙҙән ундай ришүәт түгел, уға тоғролоғобоҙ, ихласлығыбыҙ кәрәк. Ожмах һәм тамуҡҡа ла ҡарашым шулай: яҡшы хәтирәләр ҡалдырып үлгән кеше - ожмахҡа, ә яманаты ҡалғаны тамуҡҡа эләгә.

Сәйәсәт тураһында

Республикабыҙҙа тормош насар түгел, насар булһа, юлдар, күперҙәр һалынмаҫ, төҙөлөш бармаҫ ине. Рәхимовҡа бысраҡ яғыусылар бар, ә ниңә, бар кешегә лә оҡшарға ул матурлыҡ королеваһы түгел дә. Яла яғыусылар беҙҙең бер ҡатлылыҡҡа, йүләрлеккә иҫәп тота. Ғәйбәт тарата ла, шуға ышанырҙар тип уйлай. Ә аҡылы бар кеше үҙе уйлап, аҡты ҡаранан айы-ра. Ана, Жириновский килеп, толпа өҫтөнә услап аҡса ырғытып китте. Шундай мыҫҡылды башы булған кеше ҡабул итерме? Киреһенсә, битенә төкөрөр.

Һуғыш тураһында

Һуғышта элемтәсе булдым. Элемтәсе, тимәк, ҡара эшсе, ул гел алғы һыҙыҡта. Минең ҡул аҫтында 18 элемтәсе ҡыҙ бар ине. Һуғышта минең өсөн иң ауыры - ҡатын-ҡыҙҙың яраланыуын, ғазапланыуын күреү булды. Ир кешенең яраланыуына күнегеп була.

Һуғышҡа мин, ғөмүмән, әхлаҡ күҙлегенән ҡарайым. Бер ваҡиғаны иҫкә алып үтәм, уны ағайым һөйләгәйне. Әсир немец һалдаттарын кирбес таҙартырға ҡушалар. 1000 кирбес таҙартһа, 100 грамм икмәк, 800 өсөн 80 грамм бирәләр, 500-ҙән әҙ таҙартһа бөтөнләй бирмәйҙәр. Әсирҙәрҙең эше бер ҙә ырамай, 500 кирбес тә таҙарта алмайҙар. Баҡһаң, ентекләп, һылап-һыйпап таҙартып өйәләр, имеш. “Арлы-бирле ҡағып һуҡ та ырғыт, - ти ағайым, - иң мөһиме, нормаң тулһын”. “Юҡ, эшләгәс уны арлы-бирле эшләмәйһең инде”, - тип яуап бирә әсир. Кешеләр араһындағы бына ошондай мөнәсәбәттәргә, улар бер-береһенә дошман яҡтар булғанда ла, бер яҡлы ғына ҡарап булмайҙыр.

* * *
Минең өсөн кешеләр икегә бүленә: берәүҙәре Ерҙең яҡты яғында йәшәй, улар - әҙәбиәт, сәнғәт, ижад донъяһына битараф булмаусылар. Ә Ерҙең ҡараңғы яғында - үҙе өсөн генә йәшәүселәр, матди етешлекте рухтан өҫтөн ҡуйыусылар. Бөгөнгө осрашыуға яҡты яҡ кешеләре килде, рәхмәт һеҙгә, - тип һүҙен тамамланы әҙип һәм теләүселәргә автографтар бирҙе, бергәләп фотоға төштө.


Читайте нас: