+12 °С
Ясно
Антитеррор
Йәмғиәт
22 Октября 2019, 07:51

“Иҙел”йыр бәйгеһе саҡыра

15-16 ноябрҙә Өфөлә Халыҡ-ара “Иҙел” башҡорт һәм татар йырҙары фестиваль-конкурсы уҙа.

Конкурста юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарының вокал бүлеген тамамлаусылар һәм студенттар ҡатнаша ала. Конкурс халыҡ йыры, эстрада йыры, академик йыр, автор-башҡарыусы һәм балалар номинацияларында уҙа.

Конкурста ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү 31 октябрҙә тамамлана. Барлыҡ мәғлүмәтте idel-festival.ru сайтында һәм vk.com/idelfestival төркөмөндә табырға була. Заявкаларҙы һәм һорауҙарҙы idelfestival@gmail.com электрон адресына ебәрергә кәрәк.


Читайте нас