Кисә мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Ҡотдосовтың ҡурай моңо менән күңелдәрҙе хисләндереп башланып, Эльвира Насирова башҡарыуында М.Кәримдең “Күкрәгемдән ҡоштар осорам” шиғыры менән дауам итте. Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусыһы Зарина Муллагилдина “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын тамашасыларға еткерһә, матбуғат ветераны Флүрә Садиҡованың “Уңдым” шиғырынан:
“Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым,
Минән уңды микән бүтәндәр?” - тип һөйләүе лә йөрәктең нескә ҡылдарына үтеп инде.
“Тормош менән аралар боҙолған саҡтарҙа, көн яҡтыһы күҙгә күренмәҫ булғанда, ҡапыл иҫемә төшә:
донъяла йыр бар бит әле… Тимәк, инанырға, сабыр итергә, йәшәргә кәрәк. Һуңғы ҡабым икмәгем, һуңғы йотом һыуым менән бергә һуңғы тапҡыр ишетер йырым булһа, үкенергә ҡалмаҫ тип ҡыуанам…”, - тип, әҙәби-музыкаль сараны алып барыусы Гөлфирә Бәширова, йырға сарсаған күңел шағирҙың шундай һүҙҙәрен иҫкә төшөрә, тигәс, Ҡадир Ишбулдин башҡарыуында “Яҙмыштарҙан уҙмыштар” йыры тамашасыларға бүләк булып яңғыраны. Мостай Кәрим һүҙҙәренә бик күп композиторҙар матур-матур йырҙар ижад иткән. Районыбыҙ йырсылары Хызыр Нәзиров, Рәмил Ҡотдосов башҡарыуында “Йылғалар төнөн һөйләшә”, “Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә” йырҙарын һәр кем тын да алмай тыңлағандыр.
Район Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина Мостай Кәримгә бағышлап яҙған шиғырын тамашасыларға еткерһә, Красноусолдағы 3-сө мәктәп уҡыусылары Аделина Басариеваның “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”, Данияр Сәйфуллиндың “Россиянмын”, ра-йон китапханаһы хеҙмәткәре Вәсилә Әбделмәнованың "Кешеләргә төрлө төштәр керә" шиғырҙарын тасуири һөйләүҙәрен залдағылар ихлас алҡышланы.
Драматургия – Мостай Кәрим ижадының иң баҙыҡ тармаҡтарының береһе. Быуатыбыҙҙың икенсе яртыһындағы башҡорт драматургияһының үҙәгендә уның пьесалары торҙо, ул хатта милли сәхнә сәнғәтебеҙҙә “Мостай Кәрим театры” тигән үҙенсәлекле тамашаны барлыҡҡа килтерҙе. Был кисәлә лә Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” драмаһынан өҙөк тәҡдим ителеп, Зөбәржәт ролендә Эльвира Насирова, Аҡъегетте Фәнзил Ғәлин башҡарып, театр донъяһы аша ла әҙәбиәтебеҙҙең бай, һоҡланғыс булыуын еткерҙеләр.
Был бай тамаша Хызыр Нәзиров, Ҡадир Ишбулдин, Фәнзил Ғәлин башҡарыуында Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған “Тыуған ерем” йыры менән тамамланды.
Мостай Кәрим иле – көслө рухлы, сафтарҙан-саф күңелле, ғәҙеллек һәм миһырбанлыҡ, хөрмәт һәм мөхәббәткә нигеҙләнгән донъя. Күп милләтле совет һәм Рәсәй әҙәбиәте классигы, шағир, яҙыусы, драматург, публицист, мәшһүр йәмәғәт эшмәкәренең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан шағирҙың рәсеме урын алған почта маркаһы әйләнешкә сыҡты, ә Рәсәй Үҙәк банкы иҫтәлекле көмөш аҡса сығарҙы, сентябрь айында “Мостай Кәрим” круиз лайнеры һыуға төшөрөлдө, шулай уҡ “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесына нигеҙләнгән нәфис фильм киң прокатҡа сыҡты. Үҙ милләтенең илһөйәр улы тыуған төйәге өсөн янып-көйөп йәшәгән, әҫәрҙәре аша башҡорт илен тотош донъяға танытҡан. Район мәҙәниәт һарайында үткән кисәгә килгән һәр кем күңеленә илһам, моң алып, гүзәллек донъяһына сумып, ҡанатланып ҡайтҡандыр. Мос-тай иле һәр кемебеҙҙең күңелендә мәңге йәшәһен.