Ғәмәлдәге программаға ярашлы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сиратта торған йәш ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары тапшырыла килә. Был аҙнала Красноусолдан Зилиә менән Рәмил Мырҙаяновтар ғаиләһе (бер балалары бар) дәүләттән ошондай ярҙам алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. 549 мең һумға иҫәпләнгән сертификатты район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов үҙенең эш кабинетында тапшырҙы. Мырҙаяновтар был дәүләт ярҙамын йорт төҙөлөшөн теүәлләүгә йүнәлтәсәк. Ғаилә башлығы ситтә эштә булыу сәбәпле, МФЦ-ла белгес булып эшләгән Зилиә Ринат ҡыҙы сертификатты үҙе генә ҡабул итеп алды. “Йортоғоҙҙо тиҙ арала төҙөп бөтөп, өй туйларға яҙһын!” – тигән теләктәр әйтелде уларға.