+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2019, 12:39

Спортҡа көҙгө көн ҡамасауламай

Республика һәм Красноусол ауылы көнө байрамында өҫтән ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, байтаҡ спорт ярыштары уҙғарылды.

Көҙгө кроста ҡатнашыусылар сәғәт 12-гә дәррәү йыйылып, ярыш башланасаҡ һыҙыҡҡа теҙелде. Спорт комитеты рәйесе Шамил Хәкимов ярышта ҡатнашыусыларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатҡандан һуң, ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай старт бирҙе.

Бында Красноусол мәктәптәре уҡыусыларынан тыш, Еҙем-Ҡаран, Курорт, Сәйетбаба командалары ла ҡатнашты. Көҙгө кроста бөтәһе 100-гә яҡын кеше йүгерҙе. Ярыш судьяһы Анас-тасия Григорьева береһен дә күҙ уңынан ысҡындырманы. Һәр бер ҡатнашыусы иҫтәлекле бүләк – билдә-магнит алып ҡыуанды.

Спорт комитеты рәйесе призерҙарҙы билдәләп, үҙ йәш төркөмөндә беренсе урын алыусы Искәндәр Насиров менән Диана Ғәлиеваны (Красноусолдың 1-се мәктәбе), Айҙар Рахманғолов менән Алһыу Юлбарисованы (Сәйетбаба мәктәбе), Дмитрий Афанасьев, Эльвина Баһауетдинова (3-сө мәктәп), Руслан Мөхәмәҙиев (2-се мәктәп), шулай уҡ өлкән ҡатнашыусыларҙан Виолетта Алтынбаева менән Илнур Кейекбаевты атап үтте.

Районыбыҙҙың спорт яратыусы ветерандары Ғайса Кейекбаев, Фәтҡулла Әхмәтйәнов, Розалия Дәүләтбаева был кроста ла һынатманылар. Аяҡтары ергә теймәй йүгереүселәрҙе күҙәтеү көйәрмәндәргә лә дәрт бирҙе.

Красноусолдың 1-се һәм 2-се мәктәптәрендә ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең баскетбол ярыштары ла сәмле үтте. Ололар араһында беренсе урынды 2-се мәктәптә уҡып сыҡҡан студенттар алһа, башҡа төркөмдәрҙә Красноусолдың 1-се мәктәбе командалары ал бирмәне.

Икенсе көндө Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә асыҡ республика волейбол турниры үтте. Бында Ғафури, Өфө, Ҡырмыҫҡалы райондары командалары осрашты. Һөҙөмтәлә, үҙебеҙҙең район йыйылма командаһы - беренсе, Ҡырмыҫҡалылар - икенсе, Өфө командаһы өсөнсө урын алды. Ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр, ә еңеүселәргә миҙалдар һәм грамоталар тапшырылды.


Читайте нас: