+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2019, 11:20

Ашнаҡсы - тәмле яңғырай!

20 октябрҙә Ашнаҡсы көнө билдәләнде. Халыҡ-ара статусҡа эйә булған был байрамға Бөтә донъя Кулинарҙар берекмәләре ассоциацияһы тарафынан бынан 15 йыл элек, 2004 йылда нигеҙ һалына.

Ашнаҡсы – иң тыныс, тәмле, ижади һәм файҙалы һөнәр. Ашнаҡсының нимә менән шөғөлләнеүе һәр кемгә бала саҡтан таныш, ә ул түҙемлекте, бөхтәлекте һәм теүәллекте талап иткән ысын мәғәнәһендә бик тә мөһим, ауыр эш. Бигерәк тә мәктәп ашнаҡсылары ҙур яуаплылыҡ тота.

Һуңғы ваҡытта балаларҙың яҡшы сифатлы туҡланыуына дәүләт кимәлендә айырым иғтибар бүленә башланы: нормативтар билдәләнде, белем биреү учреждениелары ашханаларындағы блюдоларҙың сифатына контроль һәм ҡаты яуаплылыҡ булдырылды.

Һәм был дөрөҫ тә, балаларҙың өйҙә нимә ашауы – ата-әсәләр яуаплылығында. Өйҙә туҡланыуҙа ғаиләләге йолалар һәм башҡа факторҙар ҙур роль уйнай. Әммә мәктәптә туҡланыу һәр йәһәттән дөрөҫ, калориялы, витаминдарға бай, беренселәргә лә, өлкән кластағыларға ла сәләмәт, туҡ булырға, мәктәп программаһын үҙләштереүгә мөмкинлек бирерҙәй булырға тейеш.

Билдәле булыуынса, бөгөн төрлө өлкәләге туҡланыу баҙары аутсорсингҡа тапшырылды (аутсорсинг – ул эске ресурстарҙы файҙаланыу, ниндәй ҙә булһа функцияларҙы йәки эште башҡа ойошмаға тапшырыу). “Алтын ҡурай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – Ғафури районының белем биреү һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында ҡайнар аш ойоштороу операторы булған шундай компанияларҙың береһе.

“Алтын ҡурай” ЯСЙ-е штатында үҙ эшен яратҡан һәм бөтә көсөн һалып эшләгән квалификациялы ашнаҡсылар. Был ҡатмарлы, теүәллек һәм яуаплылыҡ талап иткән хеҙмәт, әммә беҙҙең ашнаҡсылар үҙ эштәрен еңел башҡаралар!

Яңғыҙҡайын урта мәктәбе ашнаҡсыһы Айгөл Рәлиф ҡыҙы Сабитова менән Юлыҡ мәктәбе ашнаҡсыһы Гөлсинә Зөлфәр ҡыҙы Ҡоҙайғолова Шишмә районында уҙған мәктәп туҡланыуы операторҙарының республика конкурсында “Алтын ҡурай” ЯСЙ-ен лайыҡлы күрһәттеләр.

Үзбәк мәктәбе ашнаҡсыһы Минәүзә Ғәни ҡыҙы Ғәлина (беҙҙең эшмәкәрлек өлкәһендә иң ҙур стажға эйә) үҙ һөнәренә тоғролоғо, оҙайлы намыҫлы хеҙмәте өсөн РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының, Яңғыҙҡайын мәктәбе ашнаҡсыһы Зилара Сабит ҡыҙы Дәүләтшина БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау дәүләт комитетының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. РФ “Сауҙа Берлеге” Башҡортостан профсоюздары респуб-лика ойошмаһының Маҡтау грамоталарына “Алтын ҡурай” ЯСЙ-енең түбәндәге хеҙмәткәрҙәре лайыҡ булды: Гүзәл Вәсил ҡыҙы Мөрсәлимова (Буруновка мәктәбе ашнаҡсыһы), Лира Әмир ҡыҙы Ғәйнуллина (Үзбәк мәктәбе ашнаҡсыһы), Наталья Михайловна Абдрахманова (Мораҡ мәктәбе ашнаҡсыһы), Гөлшат Фахразый ҡыҙы Урманшина (Имәндәш мәктәбе ашнаҡсыһы), Гөлсинә Зөлфәр ҡыҙы Ҡоҙайғолова (Юлыҡ мәктәбе ашнаҡсыһы).

Районыбыҙҙағы “Алтын ҡурай” ЯСЙ-енең ашнаҡсылар командаһы көн һайын 1500-ҙән ашыу баланы туҡландырыуға яуаплы. Тәҡдимдәр кенәгеһендә уҡыусылар рәхмәтле булып: “Бөтәһе лә тәмле һәм туҡлыҡлы. Ашхана хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт”, тип яҙалар икән, ысынлап та, ашнаҡсыларға рәхмәт әйтеү урынлы. Мәктәп ашханаһы эше тураһында педагогик коллективтан да тик яҡшы фекерҙәр ишетергә мөмкин. Хеҙмәтең ҡәнәғәтлек килтергәндә бының башҡаса булыуы мөмкин түгел.

Гөлшат УРМАНШИНА,

Эльвина

ХИСАМЕТДИНОВА,

“Алтын ҡурай” ЯСЙ-е

Читайте нас: