-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2019, 11:09

Автобус паркы замансалаша

Октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан район халҡына транспорт хеҙмәте күрһәтеү менән шөғөлләнгән ҙур предприятиеларҙың береһе - “Башавтотранс” ДУП-ы филиалы Красноусол АТП-һы директоры Анатолий Иванович ГРЕБНЕВты әңгәмәгә саҡырҙыҡ.

-Анатолий Иванович, һеҙгә традицион һорау: һөнәри байрамығыҙҙы ниндәй уңыштар менән ҡаршылайһығыҙ?

- Ысынлап та, һөнәри байрамды билдәләгәндә башҡарылған эштәрҙе – һөҙөмтәләрҙе барлау, йәғни йомғаҡ яһау йолаһы йәшәй. Беҙҙең предприятиеның 8 айлыҡ эшенә йомғаҡ яһап, шуны билдәләргә кәрәк, предприятиебыҙҙың тулайым килеме 21 миллион 500 мең һум тәшкил итте. Әлбиттә, табыш әллә ни күп түгел, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 1 миллион һум тирәһенә күберәк булды. Әммә яғыулыҡ-майлау материалдарының хаҡы артып тороу менән бәйле сығымдар ҙа етерлек – 1 млн 400 мең һум тәшкил итте. Ошо арауыҡта 153 мең пассажир хеҙмәтләндерелгән.

- Районыбыҙ ауылдарына, ҡалаларға автобус маршруттары хаҡында ла һөйләп үтегеҙ әле?

-Көн һайын предприя-тиебыҙҙың 26 төрлө маркалы автобусы 15 ҡала яны (районыбыҙҙың барлыҡ ҙур ауылдары), 3 ҡала-ара маршруттары буйынса рейсҡа сыға. Район үҙәге буйынса көндәлек рейсты Красноусол ауыл хакимиәте һәм халыҡ һорауы буйынса шифахана янындағы Лубат биҫтәһенә тиклем йөрөтөүгә өлгәшелде.Аҙнаға бер тапҡыр – шишәмбе көндө иртән Чесноковка - Үҙәк район дауаханаһы маршруты буйынса бер рейс яһала. Быларҙан тыш, беҙ шулай уҡ заказ режимында ла эшләйбеҙ. “Нефаз” автобусында “Красноусол” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәрен эштән – эшкә ташыу ҙа беҙҙең иңдә.

- Автобустар паркығыҙ быйыл ҙур яңырыу кисерҙе. Был тәңгәлдәге шатлығығыҙҙы уртаҡлашһағыҙ ине?

- Эйе, быйыл Республика Башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән “Башавтотранс” предприятиеһы төрлө маркалы 527 берәмек заманса автобустар менән тулыланды, йәғни яңыртылды. Шуларҙың 6-һы беҙҙең Красноусол АТП-һына район хакимиәте башлығы хәстәрлеге менән август айында бүленде. 3-һе 25 урынлы “Вектор NEXT” (элекке “ПАЗ” автобусының яңыртылған варианты) һәм юғары тиҙлекле 3 “Ford Tranzit” (17 урынлы)автобусы. Уларҙың ултырғыстары уңайлы, йомшаҡ, хәүефһеҙлек ҡайыштары бар, һауа кондиционерҙары, өҫтәлмә йылытыу ҡоролмалары, тахографтар, навигация, электрон табло менән йыһазландырылған, “Вектор NEXT”-та инвалид коляскаһында йөрөгән граждандар өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған. “Вектор NEXT”тар пассажирҙар ағымы иң күп булған Ҡауарҙы – Красноусол, Имәндәш – Красноусол, Красноусол – Стәрлетамаҡ маршруттарына беркетелде. Был заманса автобустар ҡайтарылғас, Өфөгә пассажирҙар ағымы һиҙелерлек артты, сөнки һәр кем уңайлы шарттары булған, йылы транспортта йөрөргә теләй ҙә инде.

- Ғәҙәттә, бигерәк тә һөнәри байрам уңайынан айырыуса һөҙөмтәле эшләгән, коллективтың ғорурлығы, арҡа һөйәге булып торған хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләп үтеү йолаһы йәшәй. Һеҙҙең коллективта ла маҡтау һүҙҙәренә лайыҡлылар барҙыр?

- Беҙҙең тотороҡло, берҙәм, тырыш, татыу коллективыбыҙ 36 кешене берләштерә, уларҙың 22-һе – водителдәр, 8-е – инженер-техник, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, 6-һы – слесарь-ремонтсылар. Һәр ҡайһыһы үҙенә еткерелгән бурыстарҙы яуаплылыҡ менән башҡара. Һөнәри байрамыбыҙ көнөндә бик күптәре бүләкләнәсәк. Яңы ҡайтарылған “Вектор NEXT” автобусында Красноусол – Стәрлетамаҡ маршруты водителе Фәтих Зәйнетдинов Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһына, баш инженер Василий Степанов БР Транспорт һәм юл хужалығы Дәүләт комитетының Маҡтау грамотаһына, Красноусол - Өфө ҡала-ара маршруты “Ford Tranzit” автобусы водителе Тимерйән Юлмөхәмәтов Рәхмәт хатына лайыҡ буласаҡ. Баш бухгалтер Фәнилә Карпунинаға “Башавтотранс” ДУП-ының почетлы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем биреләсәк. “КВЗ” водителе Юлай Юлмөхәмәтовтың фотоһүрәте “Башавтотранс”тың “Почет таҡтаһы”нда урын аласаҡ. Өлкән диспетчер Флүзә Зәйнуллина “Башавтотранс” ДУП-ының Маҡтау грамотаһына, “Ford Tranzit” водителе Йәүҙәт Мөхәмәтшин Рәхмәт хатына эйә буласаҡ. “Ford Tranzit” водителе Йәмил Мөхәмәтшин менән техника торошо контролеры Валерий Смирновҡа Красноусол АТП-һының Маҡтау грамотаһы, слесарь-ремонтсы Виктор Кулагин менән йыйыштырыусы Любовь Королеваға Рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ.

Йыл һайын үҙ эшенең маһирҙарына әүерелгәндәр араһында һөнәри оҫталыҡ конкурстары ла уҙғарыла. Уларҙа ҡатнашып, уңышлы сығыш яһайбыҙ. Бәйгенең быйылғыһында Йәүҙәт Мөхәмәтшин Красноусол АТП-һы данын яҡлаясаҡ.

Беҙҙә эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған ветерандарыбыҙҙы ла (16 кеше) иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ. Улар менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Араларында иң өлкәндәрен – бар ғүмерҙәрен автопредприятиеға бағышлап, хаҡлы ялға туҡтаған Александр Колпащиков быйыл ноябрҙә 90 йәшен билдәләһә, 88 йәшлек Нәжметдин Латиповты, Венер Солтановты, Павел Петровты, Миңләхмәт Шафиҡовты ла билдәләп үтергә кәрәк.

-Байрамда теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?

-Барлыҡ коллективты, коллегаларҙы, ветерандарыбыҙҙы, ғөмүмән, автотранспорт менән бәйле барлыҡ һөнәр эйәләрен Автотранспортсылар көнө менән ҡотлайым. Сәләмәтлек, хеҙмәт ҡаҙаныштары, ғаиләләрендә именлек, тигеҙ, имен юлдар, юлдарҙа һәр саҡ йәшел ут ҡына янып тороуын, байрамса кәйеф теләйем.

-Әңгәмә өсөн рәхмәт. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Байрамығыҙ мөбәрәк булһын!


Читайте нас: