+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2019, 11:17

“Батыр”ҙар майҙан тотто

Красноусолда тренер Флорид Ғибаҙуллин етәкселегендәге “Батыр” алыш клубында шөғөлләнеүсе батыр егеттәр әленән-әле республика, Рәсәй кимәлендәге бәйгеләрҙә ҡатнашып, районыбыҙ данын яҡлап торалар. Сентябрҙә Липецк ҡалаһында панкратион көрәше буйынса Рәсәй беренселегендә уңышлы сығыш яһап ҡайтһалар, йәнә Өфөлә 19-20 октябрҙә уҙған Башҡортостан Республикаһы кубогына асыҡ чемпионатта юғары һөҙөмтәләргә өлгәштеләр.

Төрлө төбәктәрҙән йыйылған төрлө йәштәге 400-гә яҡын спортсы үҙ ауырлыҡ категорияһында көс һынашты. 14-15 йәшлектәр араһындағы алышта Әлфир Нәзиров (53 кг) менән Алмаз Сөләймәнов (59 кг) 1-се урын яулай. Үҙенең таҫыллығы менән айырылған Әлфир Нәзиров командаға еңеү килтереп кенә ҡалмай, панкратион буйынса спорт мастерлығына кандидат исеменә лә лайыҡ була. Улай ғына ла түгел, был ике көрәшсе 8-11 ноябрҙә Һарытау ҡалаһында уҙасаҡ Рәсәй кубогына ярышта республиканың йыйылма командаһы составында ҡатнашыу хоҡуғын да алған.

“Батыр” клубында яңы шөғөлләнә башлау-сылар ҙа бик уңышлы сығыш яһаған. Булат Шәйәхмәтов (12-13 йәшлектәр араһында, 70 кг) менән Арсен Вахитов (14-15 й., 35 кг) – 1-се, Динислам Ғизетдинов (8-9 й., 24 кг) менән Рәшит Ходжаҡолов (8-9 й., 21 кг) – 2-се, Азат Мөхәмәтйәнов (12-13 й., 46 кг), Константин Ашуров (10-11 й., 34 кг), Даниил Пальгов (8-9 й., 24 кг) 3-сө урындарҙы яулайҙар.

“Батыр” клубы етәкселеге һәм ағзалары районда һәм республикала панкратион спортын үҫтереүгә тос өлөшө һәм ярҙамы өсөн район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙовҡа, шулай уҡ “Граница” Сик һағы ветерандары ойошмаһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Р.Р.Шаймарҙановҡа рәхмәтле.


Читайте нас: